Республикала  10 майға тиклем янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек буйынса көсәйтелгән режим иғлан ителде 07.05.2016

Быға бәйле, баш ҡала райондарында рейдтар үтә. Бигерәк тә май байрамдарында тәбиғәт ҡосағына сығыусылар күп. Был ваҡытта усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла. Өфөнөң  Ленин районы янғынға ҡаршы көрәш идаралығы хеҙмәткәрҙәре  бөгөн 8 март ҡасабаһының урман яны участкаларын тикшерҙе.

Өфөнөң Ленин районы янғынға ҡаршы көрәш идаралығы  хеҙмәткәрҙәре  рейдҡа махсус транспортта сыҡты. Мотовездеход урман яны участкаларына, ябай машина үтеп йөрөй алмаған урындарға ла тиҙ арала барып етә ала. Янғын һүндереү бүлегенә ул бер нисә йыл элек  һатып алынған.  
Данис Арыҫланов, Өфөнөң Ленин районы янғынға ҡаршы көрәш идаралығының әйҙәүсе инженеры  «Байрамдар осоронда  урман яны участкаларына көнөнә ике тапҡыр рейдҡа сығабыҙ. Ҡасаба, ауыл эргәһендә тәбиғәт ҡосағына сығыусылар йыш осрай. Уларға ут яҡмаҫҡа ҡушабыҙ».
Янғын һүндереүсе  балыҡсылар  өсөн көтөлмәгән ҡунаҡ. Рейд үткәреүселәр  урманда усаҡ яғырға ярамауы хаҡында һәм янғын хәүефһеҙлеге тураһында  иҫкәрмә ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Шулай ҙа 8 март ҡасабаһы эргәһендәге күл буйында  усаҡ урындары бында ут яғып ултырыусылар булғаны хаҡында һөйләй. Ярҙа сүп-сар өйөмдәре  лә ҡалған.
Максим Кузнецов: «Беҙ балыҡ тоторға  килдек. Усаҡ яҡмайбыҙ. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙмайбыҙ».
Яҙ көндәрендә  шәхси йорттар һалыу ҙа  йәнләнә. Рейд үткәреүселәр ҡасабалағы төҙөлөш участкаларында булды. Янғын һүндереүселәр мейес,  елләтеү торбаларын дөрөҫ урынлаштырырға  өйрәтте.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика