Республикабыҙ тәбиғәтенең һәр мөйөшө үҙенсә матур 10.10.2015

Урман-тауҙар, йылға-күлдәре менән Ҡариҙел районы ла был исемлектә айырым урын алып тора.

Был яҡта йәшәүселәр район үҙәге тирәләй матурлыҡты бейек тау башынан ҡарап тороу мөмкинлеге алды.Тәбиғи таштарҙан ғына эшләнһә лә, күҙәтеү майҙаны үҙе бер архитектура ансамбленә тиң. Ҡариҙел урмандарына, Павловка һыу һаҡлағысы даръяларына  140 метр юғарылыҡта тороп һоҡланырға була хәҙер. Хакимиәт башлығы Илдар Ғарифуллин әйтеүенсә, күҙәтеү майҙаны оло яуаплылыҡ та өҫтәй, ҡарар күҙгә матур булһын өсөн Ҡариҙелде, уның тирә яғын төҙөкләндереү эштәре киң йәйелдереләсәк.
Ҡариҙел халҡы Республика көнө алдынан тағы ла бер ҙур бүләк алды.Тау башындағы йәштәр биҫтәһен район үҙәге менән тоташтырыусы тротуар туризм эшмәкәрлеген тағы ла йәнләндерәсәк. Был юлды хәҙер «Сәләмәтлек һуҡмағы»тип йөрөтәләр. Ул төндә лә уңайлы булһын өсөн, яҡтыртылған. Ел-ямғырҙан һаҡланыу өсөн маршруттың ҡап уртаһында будка ҡуйыласаҡ. Байрам тантаналарына Ҡариҙелдәргә ҡунаҡҡа иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков килде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика