Республика йылытыу миҙгеленә әҙер

Республика йылытыу миҙгеленә әҙер 24.09.2014

Был турала Торлаҡ-коммуналь  хужалыҡ министрлығы хәбәр итә. 15 сентябрҙә район-ҡалаларҙың социаль объекттарына йылы ебәрелгән. Йорттарға йылылыҡ һауа торошона ҡарап биреләсәк. Ә бына Ауырғазы районының Исмәғил ауылында тиҙҙән ике яңы ҡаҙанлыҡ сафҡа инәсәк.  

Балалар баҡсаһында һыуыҡ булыу сәбәпле, тәрбиәселәр кескәйҙәр менән йышыраҡ хәрәкәт итергә, уйнарға тырыша. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына әлегә йылы бирелмәгән, шуға күрә ата-әсәләр бәләкәстәрҙе ҡалыныраҡ кейендерә. Бөгөн дә төркөмдәге 27 баланың 5-һе, ауырыу сәбәпле, килмәгән. Барыһы ла түҙемһеҙлек менән йылытыу миҙгелен көтә.

Исмәғил ауылында балалар баҡсаһынан башҡа дөйөм ҡаҙанлыҡ менән мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто һәм ауыл хакимиәте бинаһы йылытыла. Аҙна аҙағына тиклем урында яңы ҡаҙанлыҡ сафҡа инәсәк.

Күмер менән йылытылған мейес бөгөн музей экспонатын хәтерләтә. 19-сы быуатта төҙөлгән мейесте тиҙҙән һүтәсәктәр. Иҫкене яңыһы алыштыра. Тиҙҙән социаль учреждениелар зәңгәр яғыулыҡ менән йылытыла башлай.

Бының өсөн урындағы хакимиәт дәүләт ҡаҙнаһына бүленгән аҡсаға Туймазы заводынан ике заманса мейес алған. Яңы ҡаҙанлыҡтар һауа торошона ҡарап йылы биреүҙе автомат рәүештә көйләй. Был оператор эшен күпкә еңеләйтә, ти урындағы белгестәр.

Әле республика мәктәптәренең - 70, балалар баҡсаларының 60 процентына йылылыҡ бирелгән. 27 сентябргә тиклем социаль объекттарҙы йылы менән тәьмин итеү күҙаллана. Йорттарға йылылыҡ һауа торошо биш көн дауамында 8 градустан күтәрелмәгәндә бирелә.

Альфред Зинәтуллин, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары: «Йыл һайын йылылыҡ селтәрҙәре яңыртылып тора, билдәле булыуынса, улар 70 процентҡа тиклем таушалған. Шуға күрә тарифтар ҙа арта. Йәй иҫке ҡоролмаларҙы һәм ҡаҙанлыҡтарҙы яңырттыҡ, ғәҙәттән тыш хәлдәр булмаҫ тип ышанабыҙ».

Тимәк, Исмәғил ауылы кескәйҙәре лә тиҙҙән ҡат-ҡат кейем һәм быймаларын һаласаҡ. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына йылы аҙна аҙағында бирелер тип көтөлә.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика