Республика йылғаларының боҙ китеү һәм һыу баҫыу миҙгеленә  ҡарата махсус бюллетены эшләнгән 27.03.2017

Авиация ярҙамында төшөрөлгән кадрҙарҙа айырыуса һыу баҫыу ихтималлығы юғары  булған райондар асыҡланған. Башҡортостандағы 491  гидротехник ҡоролма техник хәүефһеҙлек талаптарынан сығып хеҙмәтләндерелә. Гидрологтар, һауа торошон күҙәтеү хеҙмәттәре тарафынан бөтә һандар һәм фараздар иҫәпләнгән. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре 206 кешегә ваҡытлыса урынлашыу пунктын һәм йөҙөү сараларын, техника әҙерләгән.

Быйыл ҡар башҡа йылдарҙағынан күберәк һәм урыны менән ҡалын, ауыр түшәкте хәтерләтә. Өҫтәүенә, саманан тыш еүеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре  Башҡортостан  Рәсәйҙә һыу кимәлен авиация ысулы менән өйрәнгән һәм тикшергән берҙән-бер төбәк тип белдерҙе. Ҙур һыу килеүенә әҙерлекле булыу халыҡты  һәм социаль объекттарҙы һыу баҫыу афәтенән һаҡлап ҡалыу  мөмкинлеген бирәсәк.
Боҙҙоң ҡалынлығы, ерҙең дымлылығы, йылғаларҙың боҙҙан асылыуы белгестәр иғтибарында. Йылғаларҙың һыу һәм боҙ элементтары фаразынан сығып гидрологтар һигеҙенсе һанлы бюллетень төҙөгән. Унда  көҙҙән яуған өҙлөкһөҙ ямғырҙар ҙа Ағиҙел йылғаһы бассейны тирәһендә тупраҡтың дымлылығы 25-35 процент тәшкил итә,ти гидрологтар.
Ысынлап та, көҙҙән урыны менән  яуым-төшөм мул булды, ҡыш буйына күпләп ҡар яуҙы. Ҙур һыу килеү  ихтималлығы  булған ерҙәрҙә йәшәүселәр ташҡынға әҙер торорға ғәҙәтләнгән. Өфөнөң  Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәр йыл һайын тубыҡтан һыу кисеп йөрөй. Ҡаланың бөтә ҡар һыуҙары  тап бында ғына ағып төшә. Үҙәк урамдарҙа әле үк шарлауыҡтар хасил булған. Халыҡ почта бүлексәһенә инер өсөн ҙур күләүек аша үтергә мәжбүр. Төптәрәк урынлашҡан  урамдарҙағы йорттарға ла резина итектәрһеҙ үтеү мөмкин түгел. Мөхәмәтйәновтар ғаиләһен дә  быйылғы ҡар күплеге хафаға һала.
Мөхәмәтйәновтар был нигеҙҙә ярты быуат ғүмер иткән. Йыл һайын мөгәрәптәрен һыу баҫа. Ҙур һыу бер-нисә тапҡыр йортҡа ла үтеп  ингән. Хаҡлы ялдағы өлкәндәр көн һайын һауа торошон тыңлай. Көндәр ҡапыл йылыта ҡалһа, һыу баҫыу ихтималлығы ла ҙур, тиҙәр.
Йорт хужаһы Зөлфәр Мөхәмәтйәнов  йорт нигеҙен ҡыш буйына яуған ҡарҙан таҙартҡан. Әммә тауҙан урғылыусы даръяның  йорт ҡаралтыларына ла инеүе бар.  
Башҡортостандың һыу артериялары торошон өйрәнеүсе ғалимдар фаразы ла тәбиғи һәм кеше эшмәкәрлеге менән бәйле факттарҙы иҫәпкә алып төҙөлә.
Әүфәр Гәрәев, Рәсәйҙең һыу хужалығы отличнигы, география фәндәре докторы: «Әлбиттә, беҙҙең тәбиғәт комплексында күп кенә ерҙәрҙе һыу баҫасаҡ. Ул йәшәйеш өсөн кәрәк. 10 апрелдән ҡапыл йылытҡан осраҡта һыу кимәле бермә-бер артасаҡ.  Икенсе күҙлектән ҡарағанда, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән , Сөн йылғаһы бассейнында  ҡапыл һыу күтәрелеүе ихтимал. Тау йылғаларында һыу кимәле ул тиклем артмаясаҡ. Өфө тирәһендә түбән урынлашҡан райондар : Нижегородка, Затон биҫтәләренең һыу ҡамауында ҡалыу хәүефе бар».
Шуға ла яҙғы ташҡын мәлендә  халыҡ хәбәрҙар булып, кәмә һәм итектәрҙе, йылы кейем-һалым, аҙыҡ-түлек запасын хәстәрләп ҙур һыу менән алышҡа әҙер торорға тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика