Республика яҙғы ташҡынға әҙер

Республика яҙғы ташҡынға әҙер 25.03.2015

Өфөлә ташҡын һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә, кеше ғүмерен ҡотҡарыуҙа ҡатнашыусы көстәр һәм техника смотры үтте. Сарала шулай уҡ янғын һүндереүселәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, экологтар, нефтселәр ҡатнашты.

Смотрға йыйылған отрядтар кеше ғүмерен генә түгел, тәбиғәттең таҙалығын да һаҡлауға әҙер. Нефтселәрҙең махсус бригадаһы мәҫәлән, йылға-күлдәргә түгелгән ҡара алтынды йыйыуҙа махсуслаша. Бының өсөн отрядтың бөтә төр техникаһы ла бар. Ғөмүмән, смотрҙа ҡатнашыусылар ғәҙәттән тыш хәлдәргә яҡшы әҙер булыуҙарын иҫбатланы. Әле яҙғы ташҡын башланмаһа ла, улар тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора.
Быйылғы ташҡын алдағы йылдарға ҡарағанда, 20-30 процентҡа түбән буласаҡ ти белгестәр. Быға ҡар ҡатламының йоҡа булыуы, көндәрҙең йылы тороуы сәбәпсе. Тик барыбер ҙә ҡотҡарыусылар киҫкен ваҡиғаларға әҙер тора. Иғтибар айырыуса һыу аҫтында ҡалыу ихтималлылығы юғары булған төбәктәргә бүленә.
Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Ғәҙәттә,  Белорет, Бөрйән райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһына һыу баҫыу хәүефе янай. Баш ҡалаға килгәндә, бында Нижегородка, Кооператив ялан кеүек биҫтәләр ташҡындан зыян күрә. Быйыл синоптиктар яҡшы көндәр фаразлаһа  ла, атап үтелгән урындарҙа йәшәүселәргә уяу һәм кәрәк булһа эвакуацияға әҙер булырға кәңәш итәбеҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика