Республика йәмәғәтселеге, Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфөнөң почетлы гражданины, диктор, рәссам  Фәрит Бикбулатовты һуңғы юлға оҙатты 28.11.2016

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы менән хушлашыу Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте.

Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә барып етә. Фәрит Бикбулатов башҡарған һәр бер йыр тамашасыларҙың һөйөүен яулай, ул боронғо көйҙәрҙе лә, эстрада йырҙарын да юғары оҫталыҡ менән башҡара. Репертуар һайлауға бик талапсан ҡарай. Фәрит Хәйбулла улы ысын мәғәнәһендә халыҡ йырсыһы була.  Республикала ике кешегә генә атҡаҙанған исемен көтөп тормай халыҡ исеме бирелә, улар Бәхти Ғайсин менән Фәрит Бикбулатов.
Фәрит Бикбулатов Йылайыр районы Мәҡсүт ауылында тыуған, әрме хеҙмәтенән һуң Өфөгә һөнәрселек училищеһына инә һәм шунда уҡ үҙешмәкәр түңәрәктәрҙә шөғөлләнә. Диплом алғас заводта эш башлай, әммә оҙаҡҡа түгел, коллектив моңло һәм һәләтле егеткә  Өфө сәнғәт училищеһына  инергә тәҡдим итә. Фәрит Хәйбулла улы  вокал бүлеген 1969 йылда тамамлай. Һуңғараҡ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡып сыға. Фәрит Бикбулатовтың 21 йылдан ашыу ғүмере Башҡортостан телевидениеһы менән бәйле.  Ул һөнәри оҫталығы, инсафлығы, итәғәтлеге менән хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙана. Диктор, мөхәррир, музыка бүлеге етәксеһе булып эшләй.
Тапшырыуҙар әҙерләү, алып барыу күп ваҡытын алһа ла,  Фәрит Бикбулатов сәхнәнән айырылмай,  халҡына күңел моңдарын  өләшеүен дауам итә. Сәхнә оҫтаһы хаҡында хатта  сит ил матбуғат саралары яҙып сыға. Фәрит Бикбулатов тыуған яғы менән бәйләнеште  лә өҙмәй.  Мәшһүр йырсы яҡындары өсөн һәр ваҡыт хәстәрлекле туған була.
Фәрит Бикбулатов кеүек  кешеләр хаҡында күңеле тулы моң тиҙәр,  ул  йырҙары кеүек нур, яҡтылыҡ, наҙ менән һуғарылған картиналар ҙа яҙа, күңел хистәрен шиғри юлдарға ла һала. Арҙаҡлы шәхестең тормош юлы һәм ижады хаҡында  китап та донъя күргән.
Фәрит Бикбулатов Өфөнөң көньяҡ зыяратындағы Дан аллеяһында ерләнде. Моң илсеһен оҙатыуға халыҡ эркелеп килде.  Һәр береһе  ихтирамын, һөйөүен белдерергә ашыҡты. Фәрит Бикбулатов  үҙе китһә лә, халҡына күңел түренән урғылған йыр-моңдарын  ҡалдырып  китте.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика