Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе 21.06.2017

Бөгөн ҡаты ауырыуҙан һуң Башҡортостан телевидениеһының тәүге дикторы Рәсимә Кәримова арабыҙҙан китте. Рәсимә Сәғит ҡыҙының эшмәкәрлеге Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған. Республика телевидениеһында «Яңылыҡтар» программаһы, ижтимағи-сәйәси, нәфис-әҙәби тапшырыуҙар алып барыусыһы тиҙ арала телевизор ҡараусыларҙың һөйөүен яулай.

Ике телдә лә тапшырыуҙар алып барған РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Кәримова телевидениеға 30 йыл ғүмерен арнаған. Уның тауышын, йөҙөн һәм йылмайыуын республиканың һәр кешеһе белә. Оҙаҡ йылдар дауамында телевидениела алып барыусы булып эшләп, һәр көн телевизор ҡараусыларҙы «Өфө һөйләй» тип сәләмләй. Һуңғы йылдарҙа Рәсимә Кәримова  «Башҡортостан» радиоһында диктор булып эшләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика