Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе

Республика йәмәғәтселеге ауыр юғалтыу кисерҙе 03.11.2015

85-се йәшендә билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Аршат Сабит улы Ихсанов арабыҙҙан китте.

Аршат Ихсанов 1931 йылда Бүздәк районының Һабай ауылында тыуған.  Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлағас, Өфө нефть эшкәртеү заводында, һуңынан  Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводында эшләй. 1975 йылда Стәрлетамаҡ химия заводы -  хәҙерге «Каустик» производство берекмәһен етәкләй. 1981 йылда профсоюздарҙың өлкә советы рәйесе итеп һайлана. Тап ул етәкселек иткән йылдарҙа Өфөлә Профсоюздар йорто һалына, бик күп пионер лагерҙары, ауыл ерендә яңы клубтар һәм мәҙәниәт йорттары барлыҡҡа килә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Аршат Ихсанов үҙен аҡыллы етәксе, әүҙем йәмәғәтсе  итеп күрһәтә.  Күркәм кеше, үҙ һөнәренең оҫтаһы һәм һәләтле етәксе Аршат Сабит улы Ихсановтың яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.  Некрологҡа Рөстәм Хәмитов,  Константин Толкачв һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡул ҡуйған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку