Республика төбәктәрендә тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙартыу саралары дауам итә 24.04.2017

Уҙған шәмбе Иглин районы ауылдарында уҙған экологик акцияла 4 мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашты. Өмәгә 80 берәмек техника йәлеп ителде. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, төбәк халҡы махсус полигондарға 200 тонна самаһы көнкүреш ҡалдыҡтары оҙатты.

Был йәһәттән айырыуса район үҙәгендә урынлашҡан  мәктәп уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте.  Улар урамдарҙы тәртипкә килтереү менән бер рәттән, Елена Иглина менән Еңеү парктарын төҙөкләндәреүҙә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Изге эштән ололар ҙа ситтә ҡалманы. Сөнки быйылғы шәмбе өмәһенең Владимир Лениндың тыуған көнө менән тап килеүе һәр кемгә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика