Республика төбәктәре Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына  әҙерләнә 27.04.2015

Саҡмағош районының Иҫке Ҡалмаш ауылында    изге эштә урындағы «Ағинәйҙәр» клубы ағзалары ла әүҙем ҡатнаша.  

«Ағинәйҙәр» йәмәғәт советына ауылдың иң хөрмәтле һәм абруйлы ҡатын-ҡыҙҙары инә. Ауыл тормошондағы бер генә мөһим сара һәм байрам да уларҙан башҡа  үтмәй. Бөйөк Еңеү көнөндә Иҫке Ҡалмаш ағинәйҙәре илдең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе ауылдаштарына бер майҙанға йыйылы, һалдаттарға дан йырларға тәҡдим иткән.  
Иҫке Ҡалмаш ауылынан Ватанды һаҡларға 822 кеше киткән. Уларҙың яртыһы яу ҡырҙарында ятып ҡалған. Ауылдаштары уларҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай, герой яҡташтары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Яугирҙар иҫтәлегенә ауыл үҙәгендә һәйкәл ҡуйылған. Иҫке Ҡалмаш урамдарының береһе икеләтә Дан ордены кавалеры, 1945 йылда Еңеү парадында ҡатнашыусы Карам Ғайсин исемен йөрөтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика