Республика район-ҡалалары майҙандары, тотош урамдар  Яңы йыл алдынан серле әкиәт донъяһына сумды 20.12.2014

Боҙ ҡаласыҡтарындағы әкиәт геройҙары бер кемде битараф ҡалдырмай.

Декабрь аҙағы булыуға ҡарамаҫтан Әбйәлил яҡтарында ҡар  ныҡлап ятмаған. Шулай ҙа төбәк халҡы йылдың иң күркәм байрамын ҡаршы алырға ихлас тотонған. Район үҙәгенең төп майҙанында Асҡар ауылы рәссамдары боҙҙан һындар яһау менән мәшғүл. Ул эргә-тирәләге йылға-күлдәрҙән килтерелгән.
Ябай боҙ киҫәктәре бер-нисә минут эсендә үҙенсәлекле матур һынға әүерелә. Боҙ киҫәктәренән «Яңы йыл менән» тип яҙылған ҡотлау сәләменең милли орнаменттар менән биҙәлеүе уғата матур килеп сыҡҡан. Әбйәлилдәрҙең үҙенсәлекле композицияһы ҡалаларҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай.
Күгәрсен районы үҙәгендә лә Яңы йыл кәйефе өҫтөнлөк итә. Мәктәп, балалар баҡсалары, сауҙа үҙәктәре һәм башҡа учреждениеларҙа сағыу уттар йымылдаша.
Өфөнөң 9-сы янғын-ҡотҡарыу бүлеге хеҙмәте лә йылдың иң сағыу байрамын лайыҡлы ҡаршы алырға әҙерләнә. Бында йыл һайын боҙҙан көнсығыш календары символы һынландырыла.
Игорь Белоглазов, Өфөнөң 9-сы янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең бүлек етәксеһе: «Әкиәт персонажын һынландырыу өсөн быйыл боҙ етерлек. Шуныһы яҡшы. Боҙ һындар барыһына ла оҡшар тип ышанабыҙ».
Олоһоноң да, кесеһенең дә яратҡан урыны - һырғалаҡ. Уны биҙәү, төҙөү эштәре лә йылдам бара. Төндә төрлө төҫтәрҙә балҡыған серле ҡаласыҡтар Яңы йылды ҡаршы алырға ашҡынған күңелдәрҙе сихрилеккә күмә.
Билдәле рус һәм башҡорт халыҡ әкиәт геройҙары менән бер рәттән «Сармат алтындары» ла боҙҙан яһалған. Был Өфө рәссамдарының боронғо тимер дәүере ҡомартҡыларын беренсегә һынландырыуы. Боҙҙа кәүҙәләндерелгән «Евразияның алтын боландары» бер яҡтан уйландырһа, ә икенсе яҡтан ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика