Республика мосолмандары Башҡортостандың беренсе имамы Хажи Хөсәйенбәк рухына бағышлап аят уҡыны

Республика мосолмандары Башҡортостандың беренсе имамы Хажи Хөсәйенбәк рухына бағышлап аят уҡыны 04.08.2014

14-се быуатта Башҡорт ерлегендә дин йолаларын, ғибәҙәт ҡылыу тәртибен халыҡҡа еткергән, мәғрифәтсе Хөсәйенбәк Шишмә районының Ҡара-Яҡуп ауылы эргәһендә Аҡ зыяратта ерләнгән. Уның ҡәбере өҫтөндә кәшәнә төҙөлгән. Архитектур ҡомартҡы республика мосолмандары өсөн изге урын һанала. Шуға ла, йыл һайын Шишмә районында диндандар йыйыны үтә.

Шишмә районында йәшәүсе Герой әсә Роза Мөхәмәтова Хөсәйенбәк кәшәнәһенә һәм уның эргәһендәге боронғо ҡәберләктәргә ихтирам менән ҡарай. Бында күңелемә тыныслыҡ табам, тормош тураһындағы уйланыуҙарым, хәтирәләрем менән уртаҡлашам, ти Роза ханым.
Хөсәйенбәк  кәшәнәһе - тарихи архитектура ҡомартҡыһы. Төркөстандағы бөйөк Ғүмәр Тәрәсбәк улы Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған, был хаҡта ҡәбер таштарындағы яҙыу ҙа һөйләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Хөсәйенбәк Болғарҙа хәҙрәт булған. Башҡа сығанаҡтар буйынса, ул Әхмәтҡужа Йәсәүиҙың мөрите булған, тиелә. Хөсәйенбәктең үлгән йылы - 1341 - 1342 йылдар. Кәшәнә тап ошо осорҙа төҙөлә.
Башҡорт риүәйәттәренә ярашлы, Хөсәйенбәк кәшәнәһен Аҡһаҡ Тимер төҙөткән тигән фекер йәшәй. Тарихи ҡомартҡынан алыҫ түгел, боронғо ҡәберлектәр ҙә бар. Аҡ зыяратта беҙҙең көндәргәсә уларҙың ҡайһы берҙәре генә һаҡланып ҡалған. Кәшәнә лә йылдар үтеү менән ергә һеңә, таш көмбәҙе емерелә башлай. 20-се быуат башында ул Башҡортостан мосолмандары Үҙәк диниә назараты тарафынан ҡайтанан тергеҙелә, бер аҙ формаһы үҙгәртелә. Ошонда уҡ ҡаҙыу эштәре башлана. Кәшәнә эсендә 9 кешенең ерләнеүе асыҡлана.
Шәхесте ололау һәм хәтерҙе яңыртыу маҡсатында 2004 йылдан республикала дин әһелдәренең йыйыны үтә. Изге ғәмәл Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тарафынан ойошторола. Хөсәйенбәк кәшәнәһе эргәһендә инде нисәмә йылдар аҙан тауыштары яңғырай.
Диндарҙар аят уҡыған ваҡытта Шишмә ауылы паркында республика райондарынан 100-ҙән ашыу бала доға-сүрәләрҙе яттан һөйләү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу буйынса ярышты.
Бәйгеселәр араһында Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылынан Наҙгөл Йосопова ла бар. Киләсәктә хәрби медицина хеҙмәткәре булырға хыялланған ҡыҙҙы имам-хатиб Салауат Вәликәев әҙерләгән. Әйткәндәй, бәйгегә ул үҙенең дүрт уҡыусыһын алып килгән.
Бәйгеселәргә һынау әллә ни ауыр бирелмәне. Оҙон сүрәләрҙе  матур итеп көйләп һөйләүселәр ҙә, үҙенә күрә моң һалып башҡарыусылар ҙа табылды. Әлегә уҡый-яҙа ла белмәгән 5- 6 йәшлек бәләкәстәрҙең әсә-өләсәләре, йә шәкерттәр өйрәтеүе буйынса «шартлатып» сүрә һөйләүенә хайран ҡалырлыҡ.
Форумда ҡатнашыусы бер бала ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ә инде сара диндандарҙың бергәләп намаҙ уҡыуы менән тамамланды.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку