Республика мәктәптәрендә «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре» дауам итә

Республика мәктәптәрендә «Ҡаһарманлыҡ дәрестәре»  дауам итә 19.02.2015

Бөгөн ул Өфөнөң Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияһында ла үтте. Етеп килгән Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған сарала кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, «Диңгеҙселәр Йыйылышы» ағзалары ҡатнашты. Ҡунаҡтар тәүҙә мәктәп музейын ҡараны. Уларҙы уҡыусылар белем усағының тарихы һәм бөгөнгөһө менән таныштырҙы.

Артабан осрашыу  мәктәптең тамашалар залында дауам итте. Дәүләт гимны яңғыраны, байраҡ сығарылды. Ҡунаҡтар балаларға илһөйәрлек, намыҫ, бурыс кеүек ҡиммәттәрҙең бөйөк көсө  хаҡында һөйләне. Уҡыусыларҙы Ватанға тоғро булырға саҡырҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку