Республика хәрби комиссариатында  яҙғы саҡырылыш егеттәрен әрме хеҙмәтенә оҙатыу айҡанлы митинг ойошторолдо 15.05.2015

Башҡортостандан Ватанды һаҡларға 5 мең 200 егет юлланасаҡ.

Көн һайын хәрби саҡырылыш пуктына өс йөҙгә яҡын егет килә. Буласаҡ һалдаттар эшлекле һәм әхләҡи сифаттарҙы, белем , физик әҙерлек кимәлен  тикшереп, махсус һайлап алынған. 14 майҙа саҡырылған   егеттәр Һамар өлкәһенең ҡоро ер, Мәскәү һәм Ростов өлкәләренең эске эштәр идаралығы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк.
Айнур Дәүләтшин, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы /Әбйәлил районы/: «Егеттәр хәрби хеҙмәткә барырға тейеш. Хәрби хеҙмәттән ҡурҡмайым. Мин үҙ теләгем буйынса химия ғәскәрҙәренә эләктем. Һарытауҙа хеҙмәт итәсәкмен».
Айбулат Һиҙиәтов, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы /Әбйәлил районы/:  «Мин хәрби хеҙмәткә әҙермен. Минең атайым да, олатайым да хеҙмәт иткән. Олатайым Сталинградта һуғышҡан, ә атайым Германияла хеҙмәт иткән. Һәр бер егет үҙенең иленә хеҙмәт итергә тейеш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика