Республика көнө уңайынан Учалы районында автосәйәхәт уҙҙы

Республика көнө уңайынан Учалы районында автосәйәхәт уҙҙы 10.10.2015

Уны урындағы китапханалар селтәре ойошторҙо. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, әҙәбиәт йылы һәм Башҡортостандың төп дәүләт байрамына арналаған сара төбәктең күп кенә ауылдарынан уҙҙы.

Әҙәбиәткә һәм Ватанға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында китапханасылар урындағы халыҡ менән осрашты, мәҙәни ағартыу  лекцияларын үткәрҙе. Республиканың яҡын тарихындағы сирек быуатлыҡ осор төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә лә ныҡлы этәргес бирҙе тип билдәләне автосәйәхәттә ҡатнашыусылар. Урындарҙағы мәҙәниәт усаҡтары быға яҡшы дәлил. Автосәйәхәт Учалы районының 85 йыллығы менән дә тура килде. Китапханасылар төбәк тарихы менән бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Яугир-интернационалистар менән осрашыуҙар ойошторҙо.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика