Республика көнөнә - яңы балалар баҡсаһы

Республика көнөнә  - яңы балалар баҡсаһы 09.10.2014

Бөгөн Өфөнөң Совет  районында 192-се  мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Әлегә тиклем бында 80 бала ғына йөрөһә, хәҙер кескәйҙәрҙең һаны тағы  70-кә арта. Баҡса «Молния» фәнни-етештереү предприятиеһы ҡарамағында.  

«Бал ҡорттары» төркөмө кескәйҙәрҙе ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Тәрбиәсе Миңзәлә Сафина әйтеүенсә, балалар баҡсаһында кескәйҙәр бар яҡлап та камиллашһын, фекерләү ҡеүәһен, зиһенен үҫтерһен, физик яҡтан нығынһын өсөн тулы шарттар бар. Дәүләт ҡарамағындағы мәктәпкәсә учреждениеларҙан айырмалы, бында һәр төркөмгә 15 кенә бала йөрөй.

Әлбиттә, хаҡтар ҙа дәүләттекенән айырыла. Бында бер айлыҡ түләү - 16 мең һум. Предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн ташлама ҡаралған, улар хаҡтың 20-30 процентын ғына түләй. Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, учреждениела шарттар өйҙөкөнә яҡынлаштырылған, шуға күрә бында йөрөргә теләүселәр ҙә күп. Балалар баҡсаһында төрлө түңәрәктәр эшләй, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған спорт залы бар. Физик тәрбиәгә лә, ижади үҫешкә лә, туҡландырыуға ла етди иғтибар бирелә.

Балалар баҡсаһын төҙөкләндереүгә 29 миллион һум аҡса тотонолған. Был бинала элек тә мәктәпкәсә учреждение була. Әммә 90-сы йылдарҙа тыуым кәмеү сәбәпле, ул ябыла һәм ҡуртымға бирелә. Бер нисә йыл элек предприятие объектты яңынан асырға хәл итә. Былтыр 80 балаға иҫәпләнгән тәүге корпус, бөгөн икенсеһе ишектәрен асты.

Балалар баҡсаһының эсендә генә түгел, ихатала ла кескәйҙәр ваҡытын файҙалы һәм күңелле итеп үткәрһен өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Һәр төркөмдөң үҙ ҡаласығы бар, майҙансыҡтар махсус яһалма ҡатлам менән ҡапланған. Был, берҙән, яҙлы-көҙлө бысраныуҙан һаҡлаһа, икенсенән, ҡолап имгәнеүҙән ҡурсалай.

Әле Өфөлә биш предприятиеның ғына үҙ балалар баҡсаһы бар. Баш ҡала хакимиәте етәкселеге әйтеүенсә, был алым бик уңайлы. Берҙән, предприятиела эшләүселәрҙең балалары юллама менән тәьмин ителә, икенсенән, сират кәмей.

Яңы корпус кескәйҙәрҙе йоманан ҡабул итә башлай. Төркөмдәр тулыһынса тупланып өлгөргән дә инде.

Рәмзиә Кәримова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку