Республика көнөнә - алма бәлеше 11.10.2016

Бөгөн Дәүләкән районында Башҡортостандың иң ҙур алма бәлеше бешерелде. 80 килограм ауырлыҡтағы  ҡамыр ашын әҙерләүҙә ҡаланың ун аш-һыу оҫтаһы ҡатнашты. Бәлеш өсөн 200-ҙән ашыу йомортҡа, 20-шәр килограмм шәкәр һәм он тотонолған.

Ашнаҡсылар ризыҡты традицион рецепт буйынса әҙерләгән. Биҙәп матурлауға тиҫтәнән ашыу алма файҙаланылған. Ҙур алма бәлеше хәйриә акцияһы сиктәрендә әҙерләнде. Йыйылған аҡса балалар церебраль фалижынан ауырыусы Кирилл Моревты дауалауға йүнәлтеләсәк. Малай күп кенә реабилитация үҙәктәрендә дауалау курстары үткән. Ойоштороусылар ҙур бәлештең баланың һаулығын яҡшыртыуға бәләкәй генә өлөш индерәсәгенә ышана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика