Республика көнө алдынан Балаҡатай,  Күгәрсен, Илеш һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында балалар баҡсалары сафҡа инәсәк 05.10.2015

Уларҙың береһе 70, ҡалғандары 120-шәр урынға иҫәпләнгән.

Был турала бөгөн байрамға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында әйтелде. Республика көнө сиктәрендә баш ҡалала әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы ташырыласаҡ. Быйылғы премияға йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, рәссамдар Вера Фролова һәм Айгөл Ишбирҙина,  Мәскәү филармонияһы артисы Артур Нәзиуллин лайыҡ булды. Республика көнөнә арнап  Өфөлә милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойоштороу ҙа ҡаралған. Спортсылар милли көрәштә, гер күтәреүҙә һәм  ҡул көрәштереүҙә көслөләрҙе асыҡлаясаҡ. Баш ҡаланан тыш, сағыу тантаналар республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә киң билдәләнәсәк. Атап үткәндә, ҡырмыҫҡалылар байрамды төрлө объекттар асып ҡаршы аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика