Республика етәксеһе бөгөн Салауатта Украина ҡасаҡтары менән осрашты

Республика етәксеһе бөгөн Салауатта Украина ҡасаҡтары менән осрашты 08.08.2014

Әле ҡаланың «Урал» ҡунаҡханаһында  һуғыш утынан ҡасып килгән 108 кеше йәшәй, уларҙың 30-ы - балалар, иң бәләкәйенә ни бары 3 ай.

Ҡасаҡтарға эҫе аш ойошторолған, бушлай медицина ярҙамы күрһәтелә. Рөстәм Хәмитов Украина кешеләренең проблемаһы, пландары менән ҡыҙыҡһынды. Ҡасаҡтар республика етәкселегенә, халҡына ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн рәхмәтле. Әммә әлегә уларҙың күбеһе эшкә урынлаша алмай, документтарҙы юллау бара.  Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле  хаҡлы ялдағыларға, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәргә социаль ярҙам күрһәтеү һәм был эште тиҙләтеү юлдары барлана.  Торлаҡ менән хәл ҡатмарлыраҡ, әммә мөмкинлектәр ҡараласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку