Республика депутаттары Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһаны

Республика депутаттары Бөйөк Ватан Һуғышы ветераны мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһаны 21.12.2015

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Ғәйнетдин Ғәлимовтың эше тикшерелде. Сал сәсле яугир оҙаҡ йылдар инде уңайлыҡтары булмаған бәләкәй генә фатирҙа көн итә. Быйыл республиканың Юғары суды уның торлаҡ шарттарын яҡшыртыу тураһында ҡарар сығарғайны. Әммә Ейәнсура районы хакимиәте битарафлыҡ күрһәтте.

Бөгөнгө ултырышта район хакимиәте башлығы ла ҡатнашты. Ул йорт авария хәлендә булмауына, торлаҡ майҙанының нормаларға тап килеүенә һылтанды. Бынан тыш, федераль бюджеттан ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бүленгән аҡсалар бер тапҡыр ғына бүленә, суд ҡарары яңыраҡ ҡабул ителгәс, ветеранды сиратҡа ҡуйып өлгөрмәнек тип аҡланды.
Әлфәрис Байсурин, Ейәнсура районы хакимиәте башлығы: «Уҙып барған йылдың октябренән ул торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратҡа ҡуйылған. Федераль аҡсаларҙың килеүен көтәбеҙ».
Ветерандың артабанғы яҙмышы ябыҡ ишектәр артында ҡаралды. Шулай ҙа ҡарар уның файҙаһына ҡабул ителде. Киләһе йыл Ғәни Ғәлимов күптән көткән фатирын аласаҡ. Уны ғәмәлгә ашырыу барышы ветерандар тураһында закон үтәлешен контролдә тотоусы эшсе төркөм ҡарамағына тапшырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку