Республикаға һыйынған Украина граждандары ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай

Республикаға һыйынған Украина граждандары ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай 26.08.2014

Улар документтарын тәртипкә килтергәндән һуң халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итә. Башҡортостанға өс аҙна элек килгән ғаиләләрҙең береһе  Урман янғындарын иҫкәртеү һәм  һүндереү үҙәге ятағына урынлаштырылды. Ошо арала ирле-ҡатынлы Титоренколар эшкә тотонасаҡ.

Ирина тыныс шарттарҙа ашарға бешерә. Луганск өлкәһенән күсеп килгән ғаиләне республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге һыйындырған. Дөйөм ятаҡта әллә ни уңайлыҡтар юҡ. Аш бүлмәһе айырым. Бүлмәләр ҙә ҙур түгел. Шуға ҡарамаҫтан, ғаилә ҡәнәғәт.
Ирина Титаренко, Украина ҡасағы: «Ятаҡҡа күсеү менән үҙәк хеҙмәткәрҙәре тәү кәрәк-яраҡтар, түшәк-юрғандар бирҙе. Хатта бер аҙға етерлек аҙыҡ та килтергәндәр. Балабыҙ быйыл I синыфҡа бара. Урындағы мәктәпте һайланыҡ, беҙҙе ҡабул итәсәктәр».
 Әле ғаилә бүлмәне матурлау, уңайлыҡтар булдырыу менән мәшғүл. Документтарын тәртипкә килтергәс тә төҙөүсе һөнәрен үҙләштергән ғаилә башлығы эшкә сығырға ниәтләй.
Владимир Титаренко, Украина ҡасағы: «Эш менән ҡыйынлыҡтар тыуманы, теләк кенә булһын. Төҙөлөш ойошмаһында эш белештем, мине көтәләр. Кәрәкле ҡағыҙҙарҙы йыйып бөткәс тә сығырға ниәтләйем».
 Тыуған яғын ташлап китергә мәжбүр булған ғаилә Башҡортостанға бер ҡат йәйге кейемдә генә килгән. Тиҙҙән яҡынлашасаҡ һалҡындарға ҡасаҡтар әҙер түгел. Улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж. Шулай ҙа Титоренколар һауанан төшкәнде көтөп ятмай. Әле Иринаны республиканың Урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәгендә диспетчер итеп ҡабул иткәндәр. Тыуған яғында һатыусы булып эшләгән ханым яңы һөнәрҙе тиҙ үҙләштергән. Министрлыҡ белгестәрҙе тағы ла ҡабул итергә әҙер. Бөгөн халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә 600-ҙән ашыу Украина ҡасағы мөрәжәғәт иткән. Ошо арала уларға эш урындарын булдырыу мәсьәләһе хәл ителә. Федераль квотаға ярашлы, Башҡортостан 5 меңгә тиклем ҡасаҡты ҡабул итәсәк. Әле республикаға 4 меңдән ашыу мәжбүри күсенеүсе һыйынған. Уларҙың 800-ҙө - балалар. Бында килеүсе һәр кем тиҙерәк эш табырға, балаларын белем биреү учреждениеларына урынлаштырырға хыяллана. Бөгөн республикала 100-ҙән ашыу ҡасаҡ эшкә урынлашҡан да инде. Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку