Республикаға ситтән килтерелгән диңгеҙ балығында эсәк таяҡсалары булыуы ихтимал

Республикаға  ситтән килтерелгән  диңгеҙ балығында  эсәк таяҡсалары булыуы ихтимал 02.09.2014

Башҡортостан  ветеринария идаралығы ошо йәһәттән  лаборатор тикшереү башлаған. Балыҡта паразиттар табылһа, тонналап туң балыҡ юҡ ителергә тейеш була. Магазин кәштәләренә сығарыласаҡ сифатһыҙ аҙыҡ нисек ил сиген үткән?

Стериллек, билдәле һауа температураһы һәм теүәллек. Тикшереү һөҙөмтәһе лабораторияла  тейешле талаптарҙың үтәлеүенә бәйле. Ситтән килтерелгән  диңгеҙ балығында эсәк таяҡсалары һәм башҡа паразиттар булыу-булмауына  анализ башланып тора. Өҫтәлдәге балыҡтар  республикаға тонналап килтерелгәндең  бер нисә партияһынан алынған. Уларҙың  башы ҡырҡылған. Был яҡшы, ғәҙәттә, төрлө паразиттар балыҡтың башында күберәк булыусан, ти ветеринария хеҙмәткәрҙәре.
Рәсәйҙә ҡабул ителгән эмбарго, ниһайәт, санитар нормаларға яуап бирмәгән диңгеҙ продукттарынан аралар. Ә магазин кәштәләрендә ситтән килтерелгәндәре урынына  үҙебеҙҙеке буласаҡмы һуң? Диңгеҙ, йылға-күлдәребеҙҙә балыҡ  бар. Импортты алмаштырыу өсөн  етештереүҙе арттырыу, уның өсөн өҫтәмә  инвестициялар һәм тағы ла   ваҡыт талап ителә. Сеймал күп, тик уны табыуҙан тыш ҡулланыусыға алып барып еткереү эшен яйға һалыу бурысы тора.    
Ҡабул ителгән санкциялар ҡулланыусыны ла, етештереүсене лә уйға һалды. Тәүгеләре, тимәк, үҙебеҙҙекен ашаясаҡбыҙ тип шатланһа, икенселәр тауар  һатыуҙа   офоҡтар  киңәйеүен  тойҙо.
Диңгеҙ аръяғынан килтерелгән балыҡтың сәләмәтлеккә хәүеф тыуҙырыу ҡурҡынысы бармы-юҡмы, етди тикшереү  күрһәтер. Нисек кенә булмаһын, августа бер йылға  ҡабул ителгән санкциялар етештереүҙе арттырырға кәрәклеген, үҙ илеңдекен ҡулланыу отошлораҡ  булыуына тағы ла бер ишара.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку