Реаль эштәр 05.06.2015

«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһенең  ошо исем аҫтындағы  проекты уңышлы эшләргә тейеш. Бөгөн Нуриман районының Яңы Күл ауылында  уны тормошҡа ашырыу буйынса тәүге йыйылыш үтте. Халыҡ үҙен борсоған һорауҙарҙы уртаға һалып һөйләште.

Бала менән урамға сығып рәхәтләнеп йөрөрлөк түгел. Соҡор-саҡыр. Юл юҡ.  Ер кипкәс, йәй  көнө был проблема үҙен әллә ни һиҙҙермәй әле. Яҙлы-көҙлө был яҡҡа  инеп тә, сығып та булмай.
Йәш ғаилә яңы йортҡа бер йыл элек күсенгән. Был урында элек баҫыу булған. Шуға ямғыр яуҙымы, ул батҡаҡҡа әйләнә.
Яңы Күл ауылының Ҡайынлы урамы  өс йыл элек барлыҡҡа килгән. Бында башлыса йәштәр йорт һала. Улар ошолай юлһыҙ интегә. Ғөмүмән, был проблема һәр төбәктә тиерлек бар. Уны берҙәм булғанда ғына хәл итеп булалыр, моғайын.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе  халыҡты борсоған һорауҙарҙы бергәләп тормошҡа ашырырға саҡыра. Яңы Күлгә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкиле килде. Йыйылышта Нуриман районының 12 ауыл биләмәһе ҡатнашты. Ҡайҙалыр урамдарҙы яҡтыртыу кәрәк,  күпер иҫкергән,  юлдарҙы ремонтларға йә һалырға кәрәк.
«Реалэ эш»тәр программаһы һайлаусыларҙың талаптары, теләктәренә иғтибар итеү,  тормош кимәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Бының өсөн һәр төбәктә эшсе төркөм ойошторола.  Ауылдарҙа балалар баҡсалары, мәктәптәрҙе, парктарҙы  тәртипкә килтереү,  мәҙәниәт усаҡтарының ҡыйығын алмаштырыу  һәм башҡа эштәр башҡарыу күҙаллана. Бының өсөн һәр төбәктә эшсе төркөм ойошторолған. Проектта ҡатнашыу өсөн халыҡтың үҙенең әүҙемлеге лә  иҫәпкә алына.
Ауыл кешеләре  йыйылыш  үткәреп ҡарарҙар ҡабул итергә һәм партияның төбәк бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Фнанс ярҙам да була. Тик ул ҙур суммала түгел, былтыр республика ҡаҙнаһынан  тотонолмай ҡалған 150 миллион файҙаланыласаҡ.  Уны Башҡортостандың һәр ҡала-районына  бүлеп биреү күҙаллана.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика