«Реаль эштәр» проекты ярҙамында Борай районы клубтарына газ ҡаҙаны урынлаштырыла, Әбйәлил районы Селивановка ауылында һыу башняһы алыштырыла

«Реаль эштәр» проекты ярҙамында Борай районы клубтарына газ ҡаҙаны урынлаштырыла, Әбйәлил районы Селивановка ауылында һыу башняһы алыштырыла 04.09.2015

Программа сиктәрендә  ауылдағы проблемаларҙы хәл итеүҙә  ярайһы ғына эштәр башҡарыла, шулай ҙа уларҙы быйыл  атҡарып бөтөп булмай, проект киләһе йылда ла дауам итәсәк.    

Оло Баҙраҡта  йыр-моң яратҡан ижади кешеләр йәшәй. Улар һәр байрамға концерт әҙерләй. Тик быға тиклем һыуыҡ клубта сығыш яһайҙар. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә тамашасыларға өҫ кейемендә ултырырға тура килгән. Әле «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең «Реаль эштәр» проекты ярҙамында Борай районы  ауыл клубына газ ҡаҙаны урынлаштырыла. Ҡаҙанлыҡты ҡороу эштәре тамамланып килә.
Руслан Ғилманов, Оло Баҙраҡ клубы хеҙмәткәре:  «Газ ҡаҙаны ныҡ  иҫкергәйне. Яңыһы  оҙаҡ хеҙмәт итер, клубта йылы булыр  тип уйлайбыҙ».  
«Реаль эштәр» проекты бүлгән суммаға өҫтәп халыҡ үҙе лә аҡса йыйған. Яңы ҡаҙанды урынлаштырыу эшен дә үҙҙәре башҡара. Борай ауылындағы клубта ла шундай уҡ газ ҡаҙанлығы урынлаштырыла.
Илгиз Харисов, Борай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе: «Реаль эштәрҙе халыҡ шатланып ҡабул итте. Ике клубтың ҡаҙанын алыштытырға ҡарар иттек. Иҫкеләренең файҙаланыу ваҡыты үткәйне. Йылытыу миҙгелен яңы ҡаҙандар менән башлап ебәрәбеҙ».
«Реаль эштәр» проекты киләһе йылда ла дауам итәсәк. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары  Константин Толкачев  Борай районына эш сәфәрендәге осрашыуҙа шулай тине. Проблемаларҙы  быйыл ғына хәл итеп бөтөп булмай, шуға программаны дауам итеү ихтыяжы бар.
Әбйәлил районында ла  эштәр ҡыҙыу бара. Проект ярҙамы менән Селивановка ауылында һыу башняһы алыштырыла. Башня иҫкереү сәбәпле һыу менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булған. Әле башняны урынлаштырыу,  һыу торбалары һуҙыу эштәре бара.  Яңыһын сафҡа индереү менән  менән ауыл халҡы эсәр һыуға ҡытлыҡ кисермәҫ, ти урындағы етәкселек.
«Реаль эштәр» проекты сиктәрендә республика ауылдарында  байтаҡ эштәр атҡарыла. Уның дауамлы булыуы шатландыра. Тимәк, киләсәктә лә төбәктәрҙәге  проблемалар ыңғай  хәл ителәсәк.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку