«Реаль эштәр» проекты – Ишембайҙа

«Реаль эштәр» проекты – Ишембайҙа 25.08.2015

Байғужа ауылында мәҙәниәт усағы яңыртылһа, Һайрандар яңы спорт майҙансығына ҡыуана. Ауыл биләмәләре был эштәрҙе тормошҡа ашырыуға 350-әр мең һумлыҡ ярҙам алған.

20 йыл элек төҙөлгән Мәҙәниәт усағында күптән көтөп алынған үҙгәрештәр бара. Байғужала ремонт эштәре гөрләй. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинаның ҡыйығы яңыртылған, электр сымдары һуҙылған,  пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Ишектәрҙе алыштырып, эске яҡтан биҙәү эштәрен тамамларға ғына ҡалған. 35 йылға яҡын китапханасы булып эшләгән Земфира Мырҙагәрәева хатта отпускыһында тулыһынса ял итмәй, эшкә сыҡҡан.
Байғужала берҙәм тауыш биреү көнө яңыртылған бинала үтәсәк. Ремонт эштәрен сентябрҙең  тәүге аҙнаһында тамамлау күҙаллана. Иң мөһиме - эшсе ҡулдар етә. Теләк тә бар.
Ә бына Һайран ауылы үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн уйын майҙансығы булдырылған. Хәҙер яңы спорт ҡорамалдарында күнекмәләр яһап, физик яҡтан сынығырға мөмкин. Башта ауыл халҡы «Реаль эштәр» ҙән ситтә ҡалырға кәрәкмәй тигән фекергә килеп, алдағы йылдарҙа үҫеп килгән быуынды сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итеүҙе төп маҡсат итеп ҡуя.
Йәйгеһен малайҙар был майҙансыҡта туп типһә, ҡыш сәкән һуға. Урындағы халыҡ үҙ көсө менән биләмәне яңынан кәртәләргә ниәтләй. Шулай уҡ ерҙе тигеҙләргә, тирә-яҡты йәшелләндерергә, сүп-сарҙан таҙартырға ла кәрәк.
Гөлназ Хәйбуллина



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку