Реаль эштәр дауам итә

Реаль эштәр дауам итә 29.09.2015

Был юлы «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе проекттары Ҡырмыҫҡалы районында тормошҡа аша.  

Зифа Фазылова күптән көтөлгән уңайлыҡҡа ҡыуанып бөтә алмай. Йортҡа һыу үтеүен  өс йыл самаһы көтәм ти ҡатын. Тап 2012 йылда ул Ҡырмыҫҡалыға Межгорье ҡалаһынан күсеп килә.  
Көтөлгән ваҡиға сәбәпле, Зифа ханым фатирында бәләкәй генә ремонт та башлаған. Йыуыныу бүлмәһендә һыу йылытыу ҡоролмаһы урын алған, планда душ кабинаһы урынлаштырыу. Күршеһенең шатлығын ошо уҡ йортта йәшәүсе Людмила Вахитова ла уртаҡлаша. Йәшерәк саҡта һыу булмау ул тиклем борсомаһа ла, олоғайғас был проблемаға әйләнде, ти ханым.    
Людмила Вахитова, Ҡырмыҫҡалы ауылында йәшәүсе:  «Керҙе һеңлем килеп йыуырға Өфөгә алып китә ине. Ҡаралтыны бит ҡул менән йыуыуы бик ҡыйын. Әле рәхәт булып ҡалды, ҡартайған көнөбөҙҙә шатлыҡ».
Ҡырмыҫҡалы ауылында һыу  күп фатирлы дүрт йортҡа үткән. Шулай уҡ бында хәҙер үҙәкләштерелгән канализация бар. Башланғыс «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә башҡарылған.
Ҡырмыҫҡалы ауылының Баҡса урамындағы колонкала бер ниндәй ҙә сират күҙәтелмәй. Бында хәҙер кеше бөтөнләй юҡ тиерлек. Һирәк-һаяҡ үтеп барыусы рулдәгеләр туҡтап шешәләрен тултырып ала. Йорттарға һыу үткәс урамдағы колонка ниндәйҙер кимәлдә иҫкелек ҡалдығына әйләнгән.
Ә бына Һарт-Шишмә ауылында «Реаль эштәр» буйынса зыярат тирәләй яңы ҡойма ҡуйылған. Шулай итеп ауыл да матурайҙы, боронғолар васыяты ла үтәлде тип аңлата урындағы мәсет имамы. Бөтәһе район буйынса «Реаль эштәргә» өс миллион һумға яҡын аҡса бүленгән.  
Инде тормошҡа ашҡан проекттар район халҡын яңы башланғыстарға илһамландыра. Әүҙем граждандар уларҙың көнкүреш шарттарын тағы ла яҡшыртыр өсөн тәҡдимдәр әҙерләй. Улар араһында башлыса юлдарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу, һыу үткәреү кеүек инфраструктура проекттар бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку