Райондың киләсәге һеҙҙең ҡулда

Райондың киләсәге һеҙҙең ҡулда 03.02.2015

Күгәрсен районы үҙәге  Мораҡ ауылында республика уҡыу йорттарында белем алыусы  студенттар менән осрашыу ойошторолдо.

Район мәҙәниәт һарайында  буласаҡ йәш белгестәр алдында төрлө  ойошма-предприятиелар етәкселәре сығыш яһаны. Өлкәндәр йәштәрҙе районға эшкә ҡайтырға, тыуған ерҙәрендә төпләнергә саҡырҙы. Студенттар өсөн һайлаған һөнәрҙәре буйынса экскурсиялар ҙа ойошторолдо. Кемдәрҙер ауыл хужалығы предприятиеларына, икенселәре мәғариф учреждениеларына, буласаҡ табибтар Мораҡ район үҙәк дауаханаһына юлланды.  Беренсе курс студенттарына район хакимиәте аҡсалата матди ярҙам да күрһәтте. Студенттарҙың ҡышҡы каникулы мәлендә ошондай осрашыуҙар ойоштороу төбәктә күркәм йолаға әйләнеп бара. Яҡташтар осрашыуы алыҫ араларҙы яҡынайта, тыуған төйәк менән бәйләнештәрҙе нығыта.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку