Рөстәм Хәмитов республика мосолмандарын Ураҙа байрамы менән тәбрикләне

Рөстәм Хәмитов  республика мосолмандарын Ураҙа байрамы менән тәбрикләне 28.07.2014

Республика етәксеһе барыһына ла күтәренке кәйеф, ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм шатлыҡ теләгән.  

Был байрам рухи камиллыҡ өлгөһө, кешенең изгелек һәм мәрхәмәтлеккә ынтылышын сағылдыра. Ураҙа байрамы яҡшылыҡҡа әйҙәй, мохтаждарға ярҙам күрһәтергә, хаталарҙы ғәфү үтергә һәм бер-береңә иғтибарлы булырға, ҡунаҡ һыйларға, яҡындарыңа бүләк таратырға форсат бирә.  Был мәңгелек ҡиммәттәр  кешеләр араһында аңлашыусанлыҡ, йәмғиәттә татыулыҡ һәм тыныслыҡ нигеҙе.
Заманыбыҙҙа мосолман йәмәғәтселеге конфессия-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индерә, йәш быуында башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ихтирам тәрбиәләй. Бөгөн республикала  мәсеттәр әүҙем төҙөлә, ислам белем биреү системаһы  камиллаштырыла, дингә ышаныусы йәштәр менән эшләү мөмкинлеге булдырылған, хаж сәфәрҙәрен ойоштороуҙа ярҙам күрһәтелә, тиелә рәсми ҡолтауҙа.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку