Рәшиҙә Солтанова 19 йылдан ашыу Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге йәмәғәт ойошмаһын етәкләй 19.07.2017

ан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге  йәмәғәт ойошмаһын етәкләй. Башҡортостан Республикаһы ҡанунитенә индергән тос өлөшө өсөн ул Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почетлы билдәһе менән бүләкләнде.  Булмышы менән эшсән, сая, тура һүҙле һәм һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙ милләт әсәләрен тәбиәләй, уларҙың алыштырғыһыҙ лидеры булып тора. Халҡы өсөн янып тороусы бәхетле ҡатын-ҡыҙ, әсә һәм йәмәғәт эшмәкәре үҙенең етмеш йәшлек күркәм юбилейын да теләктәштәре, уны күҙ ҡарашынан аңлап тороусы гүзәл заттар менән бергә ҡаршылай. Донъяның төрлө төбәктәренән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы  меңәрләгән ҡотлауҙар ҡабул итте.

Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанованы Урал ҡыҙы тип әйтергә була. Ике ҡитға - Европа менән Азия сигендә тыуған ҡыҙ балаға Хоҙайҙан милләтебеҙҙе ҡурсалау һәм һаҡлау бурысы юҡҡа ғына йөкмәтелмәгән. Ул милли батырыбыҙ Муса Мортазин затынан, булмышы планетар кимәлдә милләттебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн мөһим эштәр башҡарыу менән бәйле.Тура һүҙле, ихлас ,талапсан   был мөләйем ханым бер-нисә быуын йәштәренә өлгө булып тора.

Ғаилә культын пропагандалау, ата-әсә абруйын күтәреү, ауылдарҙың әхләҡи йөҙөн һаҡлау Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы  етәкләгән йәмәғәт ойошмаһы алдында торған мәсьәләләрҙең иң мөһиме. Киң ҡарашлы, ялҡынлы телмәрле, комсомол, партия, профсоюздар мәктәбен үтеүсе тәжрибәле белгес үҙе янына милләте өсөн егелеп эшләргә әҙер тороусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәлеп иткән. Изге маҡсат һәм яҡты ынтылыштар берләштерә уларҙы.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар берлеге етәксеһе Рәшиҙә Солтанованы күркәм юбилейы менән тәбрикләп Республика башлығынан ҡотлау адресы тапшырылды. Милләте өсөн янып йәшәүсе ханыма тиҙҙән  Салауат Юлаев ордены ла тапшырыласаҡ.

Ҡатын-ҡыҙ ул донъя тотҡаһы, йорт ҡото. Космонавты ла, уҡытыусыны ла, табипты ла әсә тәрбиәләй,  оло тормошта юғалып ҡалмаҫҡа көс һәм илһам  бирә. Милләтебеҙ йөҙөн билдәләүсе лидер-ҡатын-ҡыҙ  Рәшиҙә Солтанова тәҡдиме  менән Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә демографик хәлде көйләү проблемалары хәл ителә, ғаиләләр татыулығы  һәм именлеге арта, ғаилә культын, атай абруйын үҫтереүсе ҡанундар ҡабул ителә. Артист һәм уҡытыусы булыу теләге тормошҡа ашмаһа ла, ул һәр ваҡыт халыҡ алдында, трибунала ялҡынлы һәм аһәңле телмәр тота.  Рәсәйҙең аҫыл ҡыҙына тынғыһыҙ эшмәкәрлегендә уңыштар һәм ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ йөҙөндә фекерҙәштәре артыуын  теләйбеҙ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика