Рәсәйлеләр төнгө эңерҙә өҫтөнә ут яҡтыртыусы кейем кейергә бурыслы

Рәсәйлеләр төнгө эңерҙә өҫтөнә ут  яҡтыртыусы кейем кейергә бурыслы 21.11.2014

Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий  Медведев Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр индерҙе. Күрһәтмәгә ярашлы, йәйәүлеләр кис фликерҙар йә махсус ялтырауыҡтар булған кейемдә йөрөргә тейеш.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы вәкилдәре был үҙгәреш юлдарҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы кәметәсәк тигән фекерҙә. Сөнки ҡараңғыла водителдәр юлға ҡапыл килеп сығыусы йәйәүлеләрҙе  абайламай ҡала. Йыл башынан республика юлдарында 19 баланың ғүмере өҙөлгән, 341-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Юл инспекторҙары билдәләүенсә, күңелһеҙ статистика ғәҙәттә ҡыш тулылана.
Руль артындағы автоһәүәҫкәр ҡараңғыла ҡапыл килеп сыҡҡан йәйәүлене абайламай ҡала. Водитель автомобилен туҡтатырға тырышһа ла һуң була. Уҡыусының кейеменә фликер йәбештерелгән булһа,  бәхетһеҙ осраҡты кисектерергә мөмкин ине. Инспекторҙар һуңғы осорҙа юлдарҙа балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләре артыуын билдәләй. Йәйәүлеләр юлды аша сыҡҡанда уңға-һулға ҡарамай. Һөҙөмтәлә аварияларҙың 10 проценты балаларға бәйле.
Күңелһеҙ статистикаға юл ҡуймау өсөн тәү сиратта балалар араһында аңлатыу эштәре алып барырға кәрәк. Ошо маҡсатта Юл  хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә бәйле уйындар ойоштора. Сираттағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре дәресендә балаларға фликерҙар таратылды.
Ҡыш ҡояш иртә байыу сәбәпле, икенсе сменала уҡыусы балалар ҡараңғыла ҡайта. Уларҙың кейеменә йә рюкзактарына ут яҡтыртыусы ялтырауыҡтар тағыу бәхеһеҙ осраҡтан аралайасаҡ.
Хәҙерге заманда утты яҡтыртыусы туҡыма элементтарын  һәр кейемдә осратырға мөмкин. Сауҙа үҙәктәрендә күңелеңә ятҡанын һатып алырға мөмкин. Ҡышҡы курткалар йылы ла, иң мөһиме,  уға  махсус элементтар тегелгән. Инспекторҙар балаһының  хәүефһеҙлеге өсөн борсолған ата-әсәләр  иҫкәртеүгә һәм күңелһеҙ статистикаға ҡолаҡ һалыр тигән теләктә ҡала.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика