Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәргә ҡаршы интерактив карта булдырылған

Рәсәйҙә законһыҙ сүплектәргә ҡаршы интерактив карта булдырылған 16.02.2017

Интернеттағы был ресурста экологик хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында хәбәр ҡалдырырға була. Экранда күрһәтелгән сайттағы мәғлүмәттәр буйынса, әлегә Башҡортостанда рөхсәт ителмәгән урындарҙа йыйылған тиҫтәгә яҡын сүп өйөмдәре булыуы билдәле. Һәр  заявка буйынса тикшереү ойоштороу ҡаралған.

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, муниципалитеттар менән берлектә был биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса эш алып барасаҡ. Тирә-яҡты көнкүреш ҡалдыҡтарынан генераль таҙартыуҙа теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Күләмле проект өҫтөндә эшләүселәр, халыҡты әүҙемерәк булырға, интерактив картала сәләмәтлек өсөн хәүефле урындарҙы билдәләргә саҡыра.

Экология йылында тормошҡа ашырыла башлаған проекттың киләсәге өмөтлө, тигән ҡарашта белгестәр. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзалары халыҡтан килгән бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаясаҡ. Төп маҡсат - интерактив карталағы ҡыҙыл нөктәләрҙе йәшел төҫкә әйләндереү. Был экологик хоҡуҡ боҙоу юҡ ителде, биләмә сүп-сарҙан таҙартылды тигәнде аңлатасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика