Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының сирек быуатлыҡ тарихы бар 08.11.2016

Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ өлгөһөндә эшләүсе ҡотҡарыусыларға  үҙ хеҙмәтендә хәүеф-хәтәр аҙым һайын осрай, әммә был һөнәр абруйлы һанала. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында бер төркөм ҡотҡарыусыларға һәм тынғыһыҙ хеҙмәт эйәләренең эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистарға  рәхмәт хаттары,  дипломдар тапшырылды. «Батырлыҡ йондоҙлоғо» 8-се Бәтә Рәсәй фестиваленең төбәк финалы еңеүселәре, үҙ һөнәренең оҫталары ла маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды.

Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе кеше ғүмеренә зыян килтермәйсә үткәреү -бөгөнгө заман ҡотҡарыусыһының төп маҡсаты. Уларҙың таһыллығынан, хәүефһеҙлек сараларын оҫта башҡарыуынан тора ҡотҡарыусыларҙың уңышы. Сәхнәгә күтәрелеүселәр араһында янғын һүндереүселәр, ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыусы психологтар, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеүсе инспекторҙар, ҡотҡарыу хеҙмәте эшмәкәрлеген яҡтыртыусы журналистар... Ҡотҡарыусылар сафы йылдан-йыл йәш үҫмерҙәр менән дә тулылана. Ҡаһарманлыҡ күрһәтеүсе егеттәр киләсәктә мотлаҡ ҡотҡарыусы һөнәрен һайларға теләй.
Валерий Алиев, рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы «батырлыҡ йондоҙлоғо» фестиваленең төбәк этабы лауреаты: «Еләк йыйғанда атайымды бер юлы алты иңкеш тешләне. Ул аллергиянан шешенә башланы. Тора-бара тын алышы ауырлашты. Мин аптырап торманым - умрау һөйәгем һынған көйө руль артына ултырып, атайымды дауаханаға алып барҙым».
Данил Борисов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы «Батырлыҡ йондоҙлоғо» фестиваленең төбәк этабы лауреаты: «Мин яҡшы йөҙәм. Батып барыусы ике йәшлек баланы ҡотҡарып, уға тәүге ярҙам күрһәттем. Яһалма тын алдырҙым. Бала терелде. Киләсәктә ҡотҡарыусы булырға хыялланам».
Бүләкләнеүселәр араһында Баймаҡ ҡалаһынан тәфтишсе Илдар Хәмитов та бар. Ул Башҡортостан буйынса иң яҡшы тәфтишсе номинацияһы еңеүсеһе.
Илдар Хәмитов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Баймаҡ район-ара  тикшереү идаралығы өлкән тәфтишсеһе: «Эшем бик яуаплы. Төрлө хәлдәрҙе тикшерергә тура килә. Һәр бер осраҡты ентекле өйрәнеп, дөрөҫ ҡарар сығарырға тырышам».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика