Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында "Өфө" аэропортына Украинанан 119 ҡасаҡ килде

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус бортында "Өфө" аэропортына Украинанан 119 ҡасаҡ килде 28.07.2014

Уларҙың 38-е балалар. Украина граждандары аратабан Бәләбәй һәм Бөрө ҡалаларындағы ваҡытлыса урынлашыу пунктарына ебәрелде.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре  оҙатыуында Украина граждандары "Сәләмәтлек шишмәһе" профилакторийында асылған ваҡытлыса  пунктҡа урынлаштырылды. Ярҙамға мохтаждарға йылы аш бирелде. Улар менән табиптар һәм психологтар эшләй.  Украина граждандары аратабан Бәләбәй һәм Бөрө ҡалаларындағы ваҡытлыса урынлашыу пунктарына ебәрелде. Беҙҙең хәбәрселәр Украиналағы һуғыштан Рәсәйгә һыйыныусылар менән Бәләбәй районында осрашты.
Луганск өлкәһенән Рәсәйгә һыйынған Бузынниковтар ғаиләһе, һуңғы тәүлектәрҙә тәүге тапҡыр тыныс шарттарҙа өҫтәл артында йыйылған. Табын һығылып тормаһа ла урамда шартлау тауыштары ишетелмәй, тип шатлана улар. Балаларының яҙмышы өсөн борсолған ата-әсә Рәсәйгә һыйыныуҙы хуп күргән. Кинйә улдары  Никита  Украина хәрбиҙәре менән осрашыуҙы һаман да онота алмай.
Районға әлегә  Украинан Рәсәйгә һыйынған 80 кеше урынлаштырылды.  Шулай ҙа киләһе көндәрҙә уларҙың һаны артыуы ихтимал, тигән фекерҙә урындағы етәкселәр. Һуңғы үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, Бәләбәй ҡалаһында 45 һәм Приют ҡасабаһында 60 кешегә иҫәпләгән ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған.
Урындағы халыҡ та ҡасаҡтарҙың хәлен аңлап эш итә. Тәүге төркөм килеүгә урындағы йүнселдәр көнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалымдан торған ярҙам әҙерләгән. Бынан тыш Бәләбәйҙе ваҡытлыса төйәк иткән Украина граждандары ентекле медицина тикшереүе аша үткәреләсәк. Мәжбүри күскенсе статусын юллау эше лә кисекмәҫтән башҡарыласаҡ, тигән фекерҙә урындағы власть вәкилдәре.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика