Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел иҫеү һөҙөмтәһендә, бөгөн иртәнге алтыларҙа Ейәнсура районының һигеҙ ауылы утһыҙ тороп ҡалған

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел иҫеү һөҙөмтәһендә, бөгөн иртәнге алтыларҙа  Ейәнсура районының һигеҙ ауылы  утһыҙ тороп ҡалған 03.01.2016

Ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөүгә 21 кеше һәм 12 берәмек техника йәлеп ителгән. Көндөҙгө ун икеләрҙә был ауылдар халҡын электр энергияһы менән тәьмин итеү тергеҙелгән.  

Бынан тыш, һауа шарттарына бәйле, Магнитогорск -Ира автомобиль юлының Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары араһындағы өлөшөндә 10 киломтерға һуҙылған тығын барлыҡа килеүе билдәле булды. Хәбәр ителеүенсә, ул участкаһы ваҡытлыса ябылған, унда ҡар таҙартыу техникаһы эшләй. Насар һауа шарттарына бәйле, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығы водителдәрҙе был йүнәлештә юлға сығыуҙан тыйылып торорға саҡыра. Шулай уҡ ағастар һәм насар нығытылған тимер ҡоролмаларға яҡын йөрөү кәңәш ителмәй.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку