Рәсәй Президентының «1941- 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы» Указына ярашлы, 2008 йылдан алып Яңауыл районында 140-тан ашыу торлаҡ сертификаты тапшырылған

Рәсәй Президентының «1941- 1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү тураһындағы» Указына ярашлы, 2008 йылдан алып Яңауыл районында 140-тан ашыу торлаҡ сертификаты тапшырылған 24.04.2015

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан районда тағы ла ике ветеран  миллион һумдан ашыулыҡ сертификатҡа эйә булды.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәлимйән Хәкимовҡа торлаҡ сертификатын район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов йортона килеп тапшырҙы. Был документ ярҙамында ваҡытында йәшерен объектта хеҙмәт иткән яугир, Яңауыл ҡалаһында фатир һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Яңы торлаҡ һайланғанда унда уңайлы пандус булыуы ла иҫәпкә алынасаҡ - күптән түгел аяғын һындырған ветеран, хәҙер коляскала йөрөргә мәжбүр. Шуға ҡарамаҫтан, ул 12 ейәне һәм 8 бүләһенә терәк-таяныс булып йәшәй.
Альбина Йәнсурина, ветерандың ҡыҙы: «Атайыбыҙ һөйләүенсә, һуғышта ул күпте күргән, уның хеҙмәте бик ауыр булған. Уның иҫтәлектәрен килер быуындарға тапшырыу өсөн ҡағыҙға теркәп барабыҙ».
Ошо уҡ көндө бер миллион ике йөҙ мең һумлыҡ сертификат Әмирйән Зарифйәновҡа ла тапшырылды.   Әлеге ваҡытта Ҡом ауылында йәшәүсе ветеран шулай уҡ район үҙәгенә күсеп барасаҡ. 9 майға тиклем Яңауылда һуғышта ҡатнашҡан тағы ла өс кешегә һәм ветерандарҙың тол ҡатындарына сертификаттар тапшырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку