Рәсәй почтаһы ваҡытлы матбуғатты уҡыусыға алып барып еткереү өсөн тарифтарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдыра

Рәсәй почтаһы ваҡытлы матбуғатты уҡыусыға алып барып еткереү  өсөн тарифтарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдыра 24.02.2015

Федераль Почта элемтәһенең Башҡортостан буйынса идаралығы  матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Рәсәй почтаһында  гәзиттәрҙе таратыу  өсөн хаҡ былтырғы кимәлдә ҡала. Был үҙәк һәм республикала баҫылыусы  гәзиттәргә ҡағыла.

Улар араһында  «Ведомости», «Коммерсант», «Известия», «Российская газета», «Комсомольская правда» һәм башҡа республика  ижтимағи-сәйәси  гәзиттәре бар. Башҡа баҫмаларҙы таратыу хаҡы уҙған йылдың инфляцияһына ҡарап билдәләнә. Ул ун проценттан да ашмаясаҡ. 17 процентлыҡ   ташламалы хаҡ менән файҙаланыу өсөн республика  баҫмаһының   тиражы биш меңдән  ашмауы шарт. Шулай уҡ Рәсәй почтаһы уларға   былтырғыһынан арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу декадаһы иғлан итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку