Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш компанияһы тамамланыу алдында

Рәсәй Ҡораллы Көстәренә көҙгө саҡырылыш компанияһы тамамланыу алдында 18.12.2014

Был осорҙа республиканан 6 мең 670 егет хәрби хеҙмәткә оҙатылырға тейеш. Физик яҡтан ныҡ булған егеттәре менән дан алған Башҡортостан вәкилдәренең күбеһе бөгөн Тыуған ил һағына баҫҡан да инде.

Һуңғы йылдарҙа хеҙмәткә барырға йыйыныусы егеттәрҙең бына инде үҙ теләге менән башҡарыуы һөйөндөрә. Ҡайһы берҙәре, хатта, белем алыу сәбәпле, кисектереү ваҡыты була тороп та тәү сиратҡа әрмене ҡуя. Әммә шул уҡ ваҡытта хеҙмәттән  ҡасып ҡалыусылар ҙа бар. Был үҙ сиратында атай-олатайҙарыбыҙҙың күрһәткән ҡаһарманлығына, хыянат итеү кеүек.  Ватанды һаҡлау  - һәр  ир-егеттең изге бурысы ул тип иҫәпләй Ниғмәт ауылынан Айбулат Хәсәнов. Буласаҡ  ил һаҡсыһы  Баймаҡ ауыл хужалығы колледжын тамамлай, һалдат һурпаһын татырға әҙермен, - ти егет.
Был саҡырылышта шулай уҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған саҡырылыусыларҙа булды. Шуларҙың береһе Әхмәр ауылынан Вилүр Йәнтов. Буласаҡ һалдат  ҙур теләк менән әрмегә барыуын белдерҙе.
Хәрби комиссариат етәксеһе Хөрмәт Хәмитов егеттәрҙең  һәр та ла яҡшы хеҙмәт итеүен, үҙ бурысын лайыҡлы үтәүен билдәләне. Ул илен һаҡлаясаҡ егеттәрҙе ихтыяр көсөн юғалтмаҫҡа, район намыҫына тап төшөрмәҫкә саҡырҙы, ил һаҡсыларына хәрби билеттар тапшырҙы.  Егеттәрҙе оҙатырға буласаҡ һалдаттарҙың ата-әсәләре, туғандары һәм дуҫтары килде.
18 декабрь көнө көҙгө саҡырылыштың һуңы этабы буласаҡ. Бында иһә тағы ла 8 егет ҡораллы көстәр сафын тулыландырасаҡ
Вилә Сәйетова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку