Рәсәй Ҡораллы көстәренә  әҙерлек мәктәптән башлана 23.05.2017

Иглин районында сираттағы хәрби йыйын Сыуаш-Ҡыбау ауылы белем усағында үтте. Бында егеттәр аҙна дауамында  әрме тормошона өйрәнде. Таңғы сәғәт алтыла уянып, зарядка яһаны, ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, алыҫ араға йүгереүҙә көс һынашты.

Бер сафта атлау, ҡул һуғышы буйынса күнекмәләр, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүгә бәйле дәрестәр ҙә буласаҡ ил һаҡсыларын тәрбиәләүҙең бер өлөшө. Айырыуса Әлкә-2 хәрби часында автоматты һүтеп-йыйыу буйынса үткәрелгән оҫталыҡ дәресе күптәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған. Хеҙмәткә саҡырылыуҙан алда башланғыс хәрби әҙерлек үткән уҡыусылар ил именлеге  өсөн  яуаплы булыуын яҡшы аңлай.
Башланғыс хәрби әҙерлек үтеүселәр туплаған белемдәрен әрме хеҙмәтендә лайыҡлы күрһәтергә теләй. Ил алдындағы бурысты һәр кем үтәргә тейеш, тигән ҡарашта улар. Йыйын барышында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән егеттәргә  Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика