Рәсәй халҡы Еңеү һалдаттарын тәбрикләй

Рәсәй халҡы Еңеү һалдаттарын тәбрикләй 03.04.2015

Ошо көндәрҙә республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә һуғыш һәм тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырыла. Бөгөн ошондай тантана баш ҡаланың 124-се мәктәбендә лә үтте. Ветерандарҙы Октябрь районы хакимиәте вәкилдәре, уҡыусылар тәбрикләне.

Баш ҡаланың 124-се мәктәбе уҡыусылары юбилей миҙалы менән бүләкләнеүсе һәр ветеранды аяғүрә тороп алҡышлай. Бөгөн ил етәксеһенең юбилей миҙалдарын алған ветерандарҙың күбеһе һуғыш ваҡытында ошо үҫмерҙәр йәшендә генә булған.  
Тыл ветераны Мәликә Ихсанованың бала сағы ла  11 йәшендә тамамлана. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Мәликә Муса ҡыҙы тиҫтерҙәре менән бергә колхозда һабансы булып эшләй, тракторсы ағаһына ярҙам итә. Аслыҡ-яланғаслыҡ, йоҡоһоҙ көндәр һәм төндәр аша оло еңеүгә өмөт  - һуғыш балалары ошо һынауҙар аша сыныға.      
Ни тиһәң дә һуғыш ауырлыҡтары үҙенекен итә. Бөгөнгө тантанаға күберәк кеше саҡырылһа ла, унда ветерандарҙың туғыҙы ғына килә алды. Уҡыусылар һуғыш йылдарының тере шаһиттарын бай концерт программаһы менән һөйөндөрҙө. Юғалтыуҙар, күҙ йәштәре аша яуланған Еңеү байрамын ҡаршылаған көндәр һәм ғәҙәти тормошта ла ветерандарҙың теләге бер -   һуғыш тураһында  китаптар, кинофильмдар һәм өлкәндәр һөйләүе аша ғына белгән йәш быуынға улар,  тыныслыҡ теләй.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку