Рәсәй көнөнә бүләк - юғары награда

Рәсәй көнөнә бүләк - юғары награда 11.06.2015

Бөгөн республика  башлығы биш тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһына  дәүләт наградаларын тапшырҙы.  Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар, иң ҙур исемлек  Өфө  приборҙар эшләү берекмәһенән,  предприятиеның 4  эшсеһе бер юлы 2-се дәрәжәләге «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде.  Юғары исемдәргә лайыҡ булыусыларҙың барыһын да һайлаған һөнәренә тоғролоҡ, һөйөү тойғоһо бәйләй.  

Өфөләге әрмән йәкшәмбе мәктәбендә  телде өйрәнеү менән бер рәттән милли байрамдар ҙа билдәләнә. Белем усағы Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәре ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы онотмаһын, быуындан-быуынға тапшырыһын өсөн күп көс һала.  Тыуған халҡының тоғро улы, милләт-ара татыулыҡты һаҡлауға ҙур өлөш индергән мәктәп директоры Альберт Асатрян бөгөн бүләкләнеүселәр араһында.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, залда ултырған һәр бер  һөнәр эйәһе хаҡында- тыуған еренең  ысын патриоты тип әйтергә мөмкин.  Һәм тап ошондай шәхестәр республиканың үҫешенә тос өлөш индерә, алда ла Башҡортостан  халҡын мөһим һәм тарихи ваҡиғалар көтә.
Бөгөн  ошо  сифатррға эйә булған 5 тиҫтәгә яҡын хеҙмәт алдынғыһы  юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.   Сибайҙан элемтәсе Гөлнур Сәфрғәлина фекеренсә,   үҙ эшеңде яратҡанда һәм заман  менән бергә атлағанда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшергә мөмкин.  Кешеләр менән эшләгәндә сабыр, иғтибарлы булыу ҙа мотлаҡ, ти Гөлнур Азамат ҡыҙы, был һөнәргә ул әсәһенең юлы менән килгән.
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хисамова ла бар. 50 йылға яҡын ғүмерен сәнғәткә бағышлаған сәхнә оҫтаһы  тамашасыларға сағыу ролдәре менән  яҡшы билдәле. 7-се тиҫтәһен ваҡлаған  Тәнзилә Динислам ҡыҙы бөгөн дә ижадтан айырылмай.
5 тиҫтәгә яҡын награда,   бүләкләнеүселәрҙең хеҙмәт стажын бергә  ҡушһаң һандар 2 мең йылға барып баҫа. Был осорҙа әлбиттә төрлө саҡтар булғандыр, кәртәләр ҙә, асыштар ҙа, ҡаҙаныштар   ҙа. Әммә тырышлыҡ һәм яуаплылыҡ тойғоһо бар ҡаршылҡтарҙы ла йырып сығырға ярҙам итә, уңыш бер урында тормағандарға ғына йылмая.
Республиканың ныҡлы киләсәге  фиҙәҡәр хеҙмәт, тыуған ереңә һөйөү тойғоһо, милләт-ара татыулыҡ  кеүек ябай ғына төшөнсәләрҙән  үрелә. Юғары дәүләт наградаларына эйә булыусылар ошо күркәм сифаттарҙы үҙендә йөрөткән һәм башҡаларға өләшә белгән һөнәр эйәләре. Бөгөн уларҙың  хеҙмәт һәм тормош позицияһы лайыҡлы баһа алды.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку