Рәсәйҙә геройҙарҙы иҫкә алыу көнөндә Башҡортостан яңы акция башланы

Рәсәйҙә геройҙарҙы иҫкә алыу көнөндә Башҡортостан яңы акция башланы 09.12.2015

Йәмәғәт ойошмалары легендар яҡташыбыҙ, генерал Шайморатовҡа Рәсәй геройы исемен бирҙертеүҙе һорап ил етәкселегенә мөрәжәғәт итергә уйлай. Бының өсөн республика халҡынан ҡултамғалар йыйыу башланды.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа герой исемен бирҙертеү акцияһы быға тиклем дә ойошторолдо. Республика халҡы был ниәткә дәррәү ҡушылып йөҙәр меңләп ҡултамға  йыйылды. Ләкин акция  төп  маҡсатына  ирешә алманы. Ил етәкселеге төрлө сәбәп табып Шайморатовтың ҡаһарманлыҡтарын иңҡар итте.
Был юлы акцияны республика кимәленә Салауаттар  сығарҙы. Милли геройыбыҙ исемен йөрөткән ҡала йәмәғәтселеге эште Шайморатовтың тыуған ауылына килеп уның һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланы. Урындағы халыҡ менән осрашып кәңәшләште, тәжрибә уртаҡлашты.
Миңлеғәле Шайморатовҡа герой исеме бирҙертеү кәрәклеген Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский ҡаһарман яҡташыбыҙға һәйкәл асыу тантанаһында уҡ белдергәйне. Ул күрһәткән батырлыҡтар,  хәрби юлы менән танышҡандан һуң Шайморатов һис шикһеҙ герой исеменә лайыҡ , тигән һығымтаға килдем. Был башланғысты тулыһынса хуплайым һәм хәлдән килгәнсә ярҙам итремен, тип белдерҙе мәҙәниәт министры.
Ҡырмыҫҡалы районы халҡында ла был белдереү  ҙур өмөт уятҡан. Ҡултамға йыйыу эшен улар тағы ла яңы көс менән башлап ебәргән. Был эшкә Салауаттарҙың ҡушылыуы һәм акцияның республика кимәленә сығыуына улар ҡыуанып бөтә алмай.
Акцияны ойоштороусылар эштең уңышлы тамамланыуына ышана. Был башланғысҡа улар был юлы республиканы ғына түгел, күрше төбәктәрҙе лә, милләттәштәребеҙ йәшәгән башҡа илдәрҙе лә йәлеп итергә иҫәп тота. Күмәкләгән бит яу ҡайтарған…

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика