Рәсәйҙә Генераль прокуратура ҡушыуы буйынса бензиндың сифатын тикшереү башланды

Рәсәйҙә Генераль прокуратура ҡушыуы буйынса бензиндың сифатын тикшереү  башланды 26.05.2015

Бөгөн Өфө районының бер нисә шәхси заправкаһына ла  рейд ойошторолдо. Яғыулыҡтар  махсус лабораторияға экспертизаға алынды. Һөҙөмтә бер нисә көндән һуң билдәле буласаҡ.  Шулай уҡ был объекттарҙа тейешле документтар һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек саралары ҡаралды. Әйтәйек, Михайловка ауылында урынлашҡан заправкала ҡом аҙ  булыуы асыҡланды. Тикшереү органдары шәхси заправкаларҙа ҡағиҙә боҙоу осраҡтары йыш күҙәтелеүен билдәләй. Шул уҡ ваҡытта бәләкәй эшҡыуарҙар ҙур компаниялар менән тиңләшеү мөмкин түгел тигән ҡарашта. Бензин сифаты менән ҡулланыусыларҙы алдау - конкурентлыҡтан төшөп ҡалыу тигән һүҙ.

Марат Насиров, Өфө районы прокуроры урынбаҫары: «Бөгөн беҙ шәхси заправкаларҙы ғына тикшерҙек. Уларҙағы яғыулыҡтың сифаты шик тыуҙырғайны. Етешһеҙлектәр бар. Республика прокуратураһы ла нәҡ бәләкәй объекттарға иғтибарҙы йүнәлтергә ҡушты, бөтә нефть продукциялары менән сауҙа итеүсе ойошмаларҙы тикшереүҙе планлаштырҙыҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку