Рәсәй Федерацияһы ун һигеҙ ил менән сиктәш булып йәшәй 28.05.2015

Ер йөҙөндә башҡа бер дәүләттең дә был тиклем күршеләре юҡ. Ҡоро ер  генә түгел, шулай уҡ диңгеҙ-океан сиктәрен һаҡлаусыларҙы халыҡта яратып һәм хөрмәт итеп «пограничник» тип йөрөтәләр. Һәр йылдың 28 майында улар һөнәри байрамын билдәләй.  Өфөнөң «Еңеү» паркында үткән байрамда улар йәшлектәрен иҫкә төшөрөп сафтарға теҙелеп үтте.

Йылдар үтә, армиянан ҡайтҡан форма йә һаҡланмаған, йә тарайған. Шунлыҡтандыр ҙа инде, «строй» тигәндәренә ҡушылып атлаған өсөн билдә был көндө ҡуйылмай. Әле былтыр ғына Ҡырым ярымутрауы Рәсәйгә кире ҡушылғас, сик буйын һаҡлаусы һөнәренең абруйы ла бермә-бер артты. Күптәрҙә был Алдар батырыбыҙҙың Азов походында ҡатнашыу ғорурлығы хисен уятҡандыр.
Хәниф Әхмәтйәнов, 1977-79 йылдарҙа сик һаҡлаусы: «Башҡорттарҙы сик буйы хеҙмәтенә күпләп алалар, беҙ бит электән өйрәнгәнбеҙ уны һаҡлап. Унда малай булып китеп ир ҡорона етеп ҡайтаһың».
Байрам осраштыра, байрам берләштерә,һәм, улай ғына ла түгел, быуындар күсәгилешлеге тигән матур йоланы дауам иттерә ул. Башына атаһыныңмы, ағаһыныңмы «пограничник», йәғни сик буйын һаҡлаусы фуражкаһын кейеп килгән был малайҙың ниндәй хистәр кисергән аңлашыла.
Азат Мәһәҙиев, сик буйы ғәскәрҙәре төбәк  йәмәғәт ойошмаһының  йәштәр һәм спорт бүлеге етәксеһе: «Патриотик тәрбиә бит был байрам. Осрашабыҙ, кәйеф-рух күтәрелә. Йәштәргә өлгө булырға тырышабыҙ. Армиянан ҡасып йөрөмәҫкә өндәйбеҙ».
Улар ерҙә, һауала, диңгеҙҙә... Ер шарының  алтынан бер өлөшө Рәсәй биләмәләренә тура килә.Сик буйы саҡрымдарын бергә ҡушһаң Экватор оҙонлоғоноң яртыһының да күберәге килеп сыға.61 мең километр сик буйының 40 мең километры диңгеҙ-океандарға тура килә.
Ришат Миндияров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика