Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик  институтында ғәҙәти булмаған курс уҡый башланы 11.10.2014

Бөгөн улар Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант бирҙе.

Был йәштәр  киләсәктә дәүләт ярҙамына мохтаж булған кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин  итеү  идаралығында эшләйәсәк.  Система сағыштырмаса йәш, ул алты йыл элек кенә барлыҡҡа килгән.  Тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә,  төрлө  ғәҙәттән тыш хәл, енәйәт шаһиттарын  суд алдынан йәки һуңынан ҡурҡытыу, баҫым яһау башлана.  Оператив хеҙмәттәр күп ваҡытта уларҙы ҡурсалай, яҡлай алмай.   Яңы идаралыҡ иһә ошо категорияға эләккән кешеләрҙең  именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итергә,  ғүмерен һаҡларға тейеш. Әлегә тиклем был идаралыҡта эшләүселәрҙе ғәмәлдә өйрәтергә тура килһә, килсәктә  яуаплы бурыс  махсус белемле белгестәрҙең иңенә ятасаҡ. Курста  барлығы ике йөҙҙән ашыу курсант, улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йыйылған.
Александр Лебедев, Дәүләт яҡлауына мохтаж граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү идаралығы етәксеһе: «Рәсәй эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүе менән билдәле. Шуға күрә  был курсанттар ҙа төплө белем  алып сығыр тип уйлайбыҙ. Әлегә дәүләт  яҡлауы системаһында эшләүсе белгестәр  юҡ, ә уларға  ихтыяж ҙур».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика