Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучков яҙғы ташҡынға әҙерлек буйынса селектор кәңәшмә үткәрҙе 04.02.2015

Ведомство етәксеһе төбәктәрҙәге идаралыҡтар алдында ташҡынды хәүефһеҙ һәм юғалтыуҙарһыҙ үткәрергә тигән бурыс ҡуйҙы.  

Башҡортостанда ташҡын  ғәҙәттә, март аҙағы-апрель башына тура килә. Уның кимәлен Гидрометеорология үҙәге белгестәре ҡар ҡатламына, боҙҙоң ҡалынлығына, һауа торошона таянып билдәләй.  Әлегә ташҡын тураһында рәсми мәғлүмәттәр булмаһа ла, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙгелгә ныҡлы әҙерләнә. Башҡортостан Хөкүмәтенең 22-се ҡарарына ярашлы, республикала 41 муниципаль берәмектең 258 ауылына һыу аҫтында ҡалыу хәүефе янай. Ташҡынға әҙерлек сиктәрендә 7 мең кешенән торған махсус төркөмдәр ойошторолған, мең ярымдан ашыу берәмек техника, катерҙар сафҡа ҡуйылған.
Марат Латипов, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы: «Әлеге ваҡытта республикала халыҡты ташҡын тураһында иҫкәртеү системалары ойошторола. Хәүеф тураһында ваҡытында хәбәр итеүҙең файҙалы булыуы күп тапҡырҙар иҫбатланды. Бөгөн традицион иҫкәртеү сараларына ҡараған сирена, радио һәм телевидение менән бер рәттән СМС-хәбәрҙәр ебәреүҙе лә әүҙем ҡулланабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика