Рәсәйҙең иң шәп дүрт ғаиләһе Башҡортостанда йәшәй, улар «Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары

Рәсәйҙең иң шәп дүрт ғаиләһе Башҡортостанда йәшәй, улар «Йыл ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм лауреаттары 10.01.2018

Тотош ил кимәлендәге ярышта республика данын яулаған дан ғаиләләр менән бөгөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ла осрашты. Ейәнсуранан Ҡунаҡбаевтар  конкурстың «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеп ҡайтҡан. Ә Хәйбулланан Потякиндар «Күп балалы ғаилә» номинацияһында  сығыш яһаған, улар үҙҙәренең 4 балаһы эргәһенә тағы 12-не тәрбиәгә алған.  Учалынан Йомағужиндар иһә йәш ғаиләләр араһында һынау тотҡан.  

Ҡунаҡбаевтарҙың өйөндә  һәр ваҡыт йыр-моң яңғырап тороуына  туғандары ла, күрше-тирә лә өйрәнеп бөткән. Йорт хужалары мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, өлкән улдары Айҙар ҙа ата-әсәһенән ҡалышмай, тәпәй баҫҡандан алып сәхнәлә. Шулай ҙа Ҡунаҡбаевтарҙы тик йырлап-бейеп кенә йәшәйҙәр тип уйлаусылар хаталана, өс малайҙы хеҙмәт менән генә сыныҡтырырға мөмкин.   Ғаилә мал да аҫрай, баҡса ла тота. Ғаилә башлығы ҡул эшенә лә маһир.  Бар яҡлап та килгән Ҡунаҡбаевтарға Мәскәүҙе яулауы ла ауыр булмай. Улар бөтә Рәсәй конкурсының «Ауыл ғаиләһе» номинацияһында еңеп сыға.
Хәйбулланан Потякиндарҙың йортон иһә тәү ҡарашҡа балалар баҡсаһы йә мәктәп тип уйларға мөмкин. Тамара менән Александрҙың үҙҙәренең 4 улы бар, иң өлкәндәре 33 йәштә. Әммә  ханым йәш саҡтан ҡыҙлы йорт хаҡында хыяллана. Теләге тормошҡа аша, ғаилә ҡурсаҡ һымаҡ  12 ҡыҙҙы тәрбиәгә алған. Хәҙер инде сәстәрен үреп кенә өлгөрөрлөк түгел. Уның ҡарауы, ишле ғаиләлә  балалар дуҫ, татыу ярҙамсыл булып үҫә.
Йылы шарттарҙа үткән бөгөнгө осрашыуҙа Учалынан Йомағужиндар ҙа бар, улар, «Йәш ғаилә» номинацияһында һынау тотҡан. Гөлфинә менән Айсар әйтеүенсә, республикала  ишле бала тәрбиәләүселәргә ярҙам күрһәтелә, мәктәптә ашатыу бушлай, форма бирелә. Әммә йәштәр өсөн иң мөһиме торлаҡ мәсьәләһе, ошо йүнәлештә төрлө ташламалар булдырыу мөһим. Йомағужиндар үҙҙәре ипотекаға йорт һатып алған, проценттарҙың кәмейсәген ишетеп бик һөйөндөк, ти улар. Ә конкурстар кешегә сәм, дәрт өҫтәй, Йомағужиндар Мәскәүгә өс айлыҡ сабыйҙары менән бара.
Осрашыуҙа Ленара Иванова билдәләүенсә, Рәсәй буйынса ла, Башҡортостанда ла ғаиләләргә иғтибар арта.  Республикала беренсе сабыйы донъяға килгән йәштәргә 300 мең һум түләнә, йәш ярым тулғансы ай һайын 9 мең һум тирәһе пособие биреләсәк. Бынан тыш, «Әсәлек капиталы» ҙур ярҙам булып тора, ер участкалары бүленә. Киләһе йыл да Өфө бөтә Рәсәй ғаилә фестивалендә  ҡабул итә.  
Осрашыуҙан һуң ғаиләләр Өфөләге «Рәсәй минең тарихым» музейында ла булды. Йәш быуындың тарихты белеп үҫеүе бик мөһим, сөнки үткәнеңде белмәйенсә лайыҡлы киләсәк төҙөп булмай. Илдә иһә әле  балалыҡтың ун йыллығы башланды, ә Башҡортостанда 2018-се йыл ғаилә символы аҫтында үтә.  
Ныҡлы ғаилә-ил күрке, шуға күрә һуңғы осорҙа дәүләттең ғаилә сәйәсәтен, ғаилә ҡиммәттренә иғтибарҙы арттырыуы бик урынлы. Сөнки  илдең үҫеше нигеҙендә лә  кешелек факторы, кешенең аң-белем һәм ҡул көсө ята. Ә шәхес булып  формалашҡанда тәүге орлоҡтар, тәүмаҡсат тап ғаиләлә һалына, йәғни тамыр ныҡ ағастың олоно ла ҡеүтәле була.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку