Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы «Раритет» операцияһын иғлан итте

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы идаралығы «Раритет» операцияһын иғлан итте 27.03.2015

Уның сиктәрендә полиция хеҙмәткәрҙәре ҡиммәтле сәнғәт һәм антиквариат өлгөләрен тамғалай. Тәүгеләрҙән булып акцияға Башҡортостандың дини конфессиялары вәкилдәре ҡушылды.

Тәфтишселәр билдәләүенсә, юғалған ҡомартҡыларҙы табыу бик ауырға тура килә. Ғәҙәттә, экспонаттар сит илгә сығарыла, йә иһә шәхси коллекцияларҙа урын ала. Шулай итеп «Раритет» операцияһы  полиция һәм  сәнғәт һөйөүселәр өсөн берҙәй файҙалы эш башҡара. Белгестәр картиналарға һәм башҡа антиквариатҡа тик махсус прибор менән генә күреп булған тамғалар ҡуя. Ошо рәүешле ҡиммәтле сәнғәт өлгөләрен, дини яҡтан оло әһәмиәткә эйә булған тәре һәм башҡа предметтарҙы һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге арта.
Ирина Кечина, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының «Интерпол» милли үҙәк бюроһы бүлеге етәксеһе: «Был төр енәйәттәр шәхси коллекционерҙарға ғына түгел,  йәмғиәттең милли һәм мәҙәни мираҫына ла зыян килтерә. Бурҙарҙың намыҫы юҡ. Улар дини учреждениеларҙың мөлкәтенә ҡул һуҙыуҙан да тартынмай».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку