Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында хаҡлы ялдағылар компьютерҙа белемен һынаны

Рәсәй дәүләт социаль университетының Өфөләге филиалында хаҡлы ялдағылар  компьютерҙа белемен һынаны 11.09.2014

Республика конкурсы икенсе тапҡыр ойошторола,  еңеүселәр  Мәскәүгә барасаҡ.

Сараның маҡсаты - оло йәштәгеләрҙе  замана техникаһын файҙаланып йәшәргә өйрәтеү. Атап әйткәндә, был поликлиникаға сиратҡа яҙылыу, электрон почта, скайп  аша аралашыу һәм башҡалар.  Дүрт турҙан торған конкурста  өйгә эш һөҙөмтәләре буйынса финалға үткән ун алты пенсионер ҡатнашты. Дөйөм алғанда, хаҡлы ялдағыларҙың компьютер өлкәһендә белеме яҡшы тип баһаланды. Сөнки республика ҡала һәм райондарында өсөнсө быуын халыҡ университеттары эшләп килә, өлкәндәрҙең замана техникаһы менән дуҫлығы нығый. Еңеүселәргә 10, 7 һәм 5  мең һум күләмендә аҡсалата сертификат тапшырылды. Бәйге һөҙөмтәһе буйынса Мәскәүҙә республика данын Өфө районынан Лилиә Михайлова менән Учалынан Мәрйәм Йәнбулатова яҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку