Рәсәй баҡсасылар берлегенең Башҡортостан төбәк ойошмаһы Яңы йылды тере шыршы биҙәп ҡаршылайыҡ тигән тәҡдим менән сығыш яһай 07.12.2015

Ысынлап та, көршәктәрҙә махсус үҫтерелгән энәле шыршыҡайҙар илебеҙ буйынса ылыҫлы ағастарҙы һаҡлауға һәм яҡлауға мөһим аҙым булып тора.

Бөтә Рәсәй баҡсасылар ойошмаһының төбәк бүлексәһендә Яңы йылдың төп хужабикәһенең ниндәйе генә юҡ. Зәңгәр шыршылар, ҡарағастарҙың төрлөлөгөнән күҙ ҡамаша. Был үҫентеләр баҙарҙыҡынан  күпкә түбән хаҡҡа тәҡдим ителә. Яңы йыл байрамы үткәргәндән һуң хәстәрлекле хужалар уларҙы яңынан баҡсасылар ойошмаһына тапшыра ала. Яҙ етеү менән йәшел үҫентеләрҙе балалар баҡсаһы һәм мәктәптәр кеүек социаль объекттар биләмәһенә бүләк рәүешендә ултыртасаҡтар.
Ринат Миһранов, Рәсәй баҡсасылар берлегенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе: «Был иң беренсе сиратта беҙҙең балалар өсөн кәрәк. байрам тамамланғас та беҙҙең шыршылар сығарып ташланмаясаҡ. Уларға яңы һулыш биреләсәк. Беҙҙең девиз да ябай: шыршы ян, шыршы  мәңге йәшә».
Белгестәр билдәләүенсә, һыуыҡ яратыусы  ылыҫлы ағастарҙы  кинәт йылы шарттарға күсерергә ярамай. Яңы йылдың төп биҙәге булған йәшел шыршыларҙы әкренләп кенә байрам үтәсәк бинаға күсереү зарур.
Башҡортостан урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Яңы йыл байрамына шыршы үҫентеләрен һатыуға сығарыу буйынса 33 предприятие эшләйәсәк. Улар махсус плантацияларҙан 120 меңдән ашыу йәшел шыршыларҙы һатыуға сығарасаҡ. Был халыҡтың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерерме? Урманды рөхсәтһеҙ ҡырҡыу осраҡтарына талаптар нисек тора? Был мәсьәләгә урман хужалығы министрлығы белгестәре телефон аша асыҡлыҡ индерҙе.
Интернеттан алынған һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, урман һыҙаттары оло юл буйҙарында ғына ҡалып бара. Бындай темп менән урманды ҡырыу планетабыҙға йәшеллекте юҡҡа сығарып үҫемлектәр эшләп сығарған  кислородтың наҡыҫлана барыуы менән янай. Рәсәй  баҡсасылар союзының төбәк ойошмаһында ылыҫлы ағастарҙы киҫеп, йәшеллекте кәметеү проблемаһын Яңы йылдың биҙәге булған ылыҫлы ағастарҙы күпләп киҫмәйенсә, көршәктәрҙә һатыу ысулын тәҡдим итәләр. Йәшеллекте һаҡлаусыларҙың миҫалына урман менән шөғөлләнеүсе башҡа ойошмалар ҙа ҡушыла ала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика