Рәсәйҙә ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө

Рәсәйҙә ғаилә, һөйөү һәм тоғролоҡ көнө 08.07.2014

Тәү башлап байрам Рәсәйҙә 2008-се, ғаилә йылы уңайынан билдәләнә башлай. Йола буйынса был көндә ЗАГСТАР-ҙа айырылышыуһыҙ көн акциялары, күп балалы һәм 25 йылдан ашыу никахта торған парҙарҙы тәбрикләү тантаналары үтә. Байрам йәмғиәттә ғаилә институтын нығытыуға, никахтың ҡиммәтен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Тәү башлап байрам Рәсәйҙә 2008-се, ғаилә йылы уңайынан билдәләнә башлай. Йола буйынса был көндә ЗАГСТАР-ҙа айырылышыуһыҙ көн акциялары, күп балалы һәм 25 йылдан ашыу никахта торған парҙарҙы тәбрикләү тантаналары үтә. Байрам йәмғиәттә ғаилә институтын нығытыуға, никахтың ҡиммәтен күтәреүгә йүнәлтелгән.

Байрам саралары республикала ла ойошторола. Тәү сиратта был көндө ғаилә тормошо алдынғылары билдәләнә. Уларға иҫтәлекле«Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалы тапшырыла. Быйыл Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында үткән сарала 9 пар бүләкләнде, улар арһында 35 йыл бергә ғүмер итеүсе Ғирфановтар бар. Зөһрә ханым бәхетле ғүмер серен шиғри юлдарға ла һалған.
Хәҙерге заман йәштәрендә 8 июлдә никахҡа ингәндәр оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер кисерәсәк тигән ышаныуҙар ҙа бар. Был, һис шикһеҙ, ғаилә абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән эш һөҙөмтәһе. Ни тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа тарҡалған никахтар һаны арта ти белгестәр.
Салауат Юлаев майҙанындағы байрамды үҙенсәлекле флешмоб тә биҙәне.
Бәләкәстәр дәртле көй ритмында бейеү башҡарҙы. Ғаилә һәм татыулыҡ байрамынан Башҡортостандың милли музейы ла ситтә ҡалманы. Бында һәр ғаиләне берләштереүсе сәй эсеү йолаһы күрһәтелде. Ҡунаҡтарға үткән быуаттарҙың һауыт-һабаһын, төрлө халыҡтарҙың сәй эсеүгә бәйле ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәттеләр.
Өфө майҙандарында үткән байрам саралары ҡала халҡының да күңеленә хуш килде. Ғаилә институтының нығытылыуы йәмғиәттә лә ыңғай үҙгәрештәргә килтерәсәк тигән ышаныста ҡала замандаштарыбыҙ .
Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку